Белем һәм тәрбиә
6 Апреля , 11:25

Йәштәр йәнә ҡыуандырҙы

Башҡортостан – “Сириус”та химия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һаны буйынса өс лидер иҫәбендә. 

Йәштәр йәнә ҡыуандырҙыЙәштәр йәнә ҡыуандырҙы
Йәштәр йәнә ҡыуандырҙы

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостандың Почет грамотаһына Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы директоры Игорь Нуйкин лайыҡ булды. Мәғариф учреждениеһы Профессионалдар” чемпионатының төбәк этабы лидерҙарының береһе була, шулай уҡ 2025 йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы 10 колледж иҫәбенә инә.

– Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең колледж илдә иң яҡшыларҙың береһе булды. Артабан да уңыштар! Эште яҡшы ойошторған өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. Беҙҙең һөнәри белем биреү системаһында мөһим бурыстарҙы үтәгән 92 колледж эшләй. Тәү сиратта, был иҡтисад өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләү. Һуңғы йылдарҙа беҙ был өлкәгә байтаҡ аҡса һалдыҡ һәм уны камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Игорь Нуйкин республика Башлығына урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡа төбәктәрҙән коллегаларыбыҙ менән аралашып, һеҙҙең яҡтан ниндәй бығаса булмаған ярҙам ойошторолғанын аңлайбыҙ, Радий Фәрит улы, – тине Игорь Нуйкин.  Бөтә уҡытыусылар һәм студенттар исеменән рәхмәт. Артабан да бары тик алға ғына барасаҡбыҙ.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе “Сириус” белем биреү үҙәгендә химия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар яулаған республика командаһы вәкилдәрен һәм уларҙың остаздарын бүләкләне.

Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров, олимпиада хәрәкәте остаздарының төбәк ассоциацияһы рәйесе Тимур Маннанов һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вадим Харисов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназияның 10-сы класы уҡыусылары Динияр Ғәлимов һәм Нефтекаманың 1-се лицейының 11-се класы уҡыусыһы Денис Филиппов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Һәләтле уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштарынан күңелемдә һәр саҡ ҙур ҡәнәғәтлек бар. Был балалар өсөн республикала киң ярҙам саралары ғәмәлдә. Был йыл һайын бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың артыуына килтерә, – тине Радий Хәбиров. – “Сириус” та химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында дипломдар һаны буйынса Башҡортостан һөҙөмтәлелеге буйынса Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Бөтә химиктар командаһына рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм. Алға яңы еңеүҙәргә, республика һеҙҙең менән ғорурлана!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас