

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән VIII “Ҡанатлан” республика мәғариф форумы барышында төбәгебеҙҙең ҡала-райондары мәктәптәрендә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән педагогтар тәбрикләнде. Улар араһында Сибай ҡалаһындағы 3-сө Республика полилингваль гимназия-интернат уҡытыусыһы Миңһылыу Теләүҡабулова ла бар ине. Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы Башҡортостан Башлығының ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемде алды.
М.Ә. Теләүҡабулова биш тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Һуңғы 20 йыл дауамында ул 3-сө Республика полилингваль гимназия-интернатында (элекке Сибай гимназия-интернаты) рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Миңһылыу Әғзәм ҡыҙы 2023 йылдан, йәғни белем усағы полилингваль йүнәлештә эшләй башлаған мәлдән, гимназия-интернаттың эшмәкәрлегендә өр-яңы бит асылған.
– Хәҙер уҡыусыларыбыҙ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен генә түгел, немец, ҡытай, төрөк телдәрен дә үҙләштерә. Бындай мөмкинлек уларға яңы мәҙәниәттәр, традициялар менән танышырға юлдар аса. Һөҙөмтәлә уларҙың фекерләү даирәһе, донъяны танып белеү кимәле арта. Уҡыусылар телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, төрлө халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәм олимпиадаларҙа сығыш яһай. Белем усағын миҙалға тамамлаусылар, имтихандарҙы юғары балдарға тапшырыусылар һаны ла арта, - ти уҡытыусы.
Ярты быуаттан ашыуға тиң эш тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, Минһылыу Әғзәм ҡыҙы белемен камиллаштырыуҙы дауам итә. Педагогик коллектив составында Өфө фән һәм технологиялар университетында әҙерлек курсы үткән. Унда сит телдәрҙе уҡытыуҙың заманса методикаһын үҙләштергәндәр, лингвистика һәм мәҙәни-ара коммуникациялар буйынса белемдәрен тәрәнәйткәндәр. Бынан тыш, уға Яҡут Республикаһы, Төньяҡ Осетия, Ҡаҙағстан, Дағстандағы коллегалары ҡатнашҡан форумдарҙа тәжрибә уртаҡлашыу форсаты тейгән. Бындай аралашыуҙар уҡытыусыларға үҙ эшмәкәрлегенә алдынғы тәжрибәләр индерергә һәм яңы үҫеш юлдарын табырға мөмкинлек бирә, ти педагог.
Фото: "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналынан.
Сығанаҡ: www.bashinform.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!