

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VIII “Ҡанатлан” республика мәғариф форумы үтте. Быйылғы йыйын белем биреүҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу, яһалма зиһен мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланыу кеүек темаларҙы алғы планға ҡуйҙы. Форумда йәш уҡытыусыларҙың үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуына ла ҙур иғтибар бирелде, улар майҙансыҡтарҙағы һөйләшеүҙәрҙә лә, пленар ултырышта ла әүҙем ҡатнашты.
Өфө ҡалаһындағы 93-сө физика-математика лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ангелина Степанова форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, ул быйыл “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булғайны.
– “Ҡанатлан” форумы – йыл һайын уҙғарылған ваҡиға ғына түгел, ә республиканың төп дискуссия майҙансығы. Унда уҡытыусылар, эксперттар һәм власть вәкилдәре бергәләп мәктәп мәғарифын үҫтереү хаҡында фекер алыша, төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Уның ҡиммәте шунда: бында абстракт идеялар түгел, ә төбәк кимәлендә хуплау алған аныҡ ҡарарҙар тыуа.
Мин педагог һөнәренең абруйын күтәреү мәсьәләһенә арналған дискуссия майҙансығының эшендә ҡатнаштым, шуға күрә тап ошо майҙансыҡтың эш һөҙөмтәләре тураһында фекерем менән уртаҡлаша алам. Педагогтар берләшмәһе, киң мәғлүмәт саралары һәм депутаттар корпусы вәкилдәре менән берлектә эшләгәндә тиҫтәләгән ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Уларҙың күбеһе беҙҙең замандың төп саҡырыуына яуап бирә: нисек итеп педагог һөнәренә уның ысын статусын, абруйын һәм хөрмәтен ҡайтарырға.
Ангелина Степанова телевидениела һәм һанлы платформаларҙа ҙур медиапроектты тормошҡа ашырыуҙы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрҙең береһе, тип билдәләне. “Уҡытыусы менән бер көн” тигән алымдағы тапшырыу талантлы педагогтар менән таныштырыу маҡсатын ҡуя.
- Беҙҙең майҙансыҡ эшендә ғәмәлдәге башланғыстарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәр яңғыраны: мәҫәлән, уҡытыусылар бүлмәләрен төҙөкләндереү буйынса методик тәҡдимдәр, профсоюз менән берлектә күсмә педсоветтар үткәреү мөмкинлектәре ҡаралды. Педагог статусын нығытыу өсөн бик күп тәҡдимдәр яңғыраны: лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу (әйткәндәй, был идеяны Радий Хәбиров хупланы), социаль ярҙам саралары һәм башҡа өҫтөнлөктәр, – тип билдәләне Ангелина Дмитриевна.
Йәш педагог эш нескәлектәре тураһында ла ихлас һөйләне.
- Миңә үҙем тамамлаған лицейҙа эшләү бәхете тейҙе һәм күп кенә уҡытыусыларым хәҙер коллегаларым ғына түгел, остаздарым да булып китте. Мәктәптә алтынсы йыл эшләйем һәм уҡытыусы һөнәренең ғүмерлек эшем булыуына шатмын. Әммә минең ҡыҙыҡһыныуҙарым мәктәп стеналары менән генә сикләнмәй. Тормош иптәшем менән мәктәп туризмы түңәрәген алып барабыҙ, уҡыусыларға тыуған Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын күрһәтәбеҙ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ. Үҙебеҙ ҙә тау туризмы менән шөғөлләнәбеҙ: Бөтә Кавказды урап сыҡтыҡ, Эльбрус һәм Казбекка күтәрелдек, Алтай, Көнсығыш Саян, Себер тайгаһы тәбиғәтен тикшерҙек. Был мауығыу уҡыусыларға ла күсә, мәҫәлән, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән бергә тәбиғәткә сығыу традицияһын индерҙек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Сығанаҡ: https://vatandash.ru/