Белем һәм тәрбиә
13 Апреля , 18:30

С. Калмыков Өфөнөң вуз-ара кампусында ядро энергетикаһы тураһында лекция уҡыны

Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә “САҠЫРЫУ” фәнни-мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү фондының “Фәнни гастролдәр” проекты сараһы үтте.

С. Калмыков Өфөнөң вуз-ара кампусында ядро энергетикаһы тураһында лекция уҡыныС. Калмыков Өфөнөң вуз-ара кампусында ядро энергетикаһы тураһында лекция уҡыны
С. Калмыков Өфөнөң вуз-ара кампусында ядро энергетикаһы тураһында лекция уҡыны

 

Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә “САҠЫРЫУ” фәнни-мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү фондының “Фәнни гастролдәр” проекты сараһы үтте. Академик, Рәсәй фәндәр академияһы вице-президенты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты радиохимия кафедраһы мөдире Степан Калмыков ядро энергетикаһы перспективалары тураһында лекция менән сығыш яһаны.

“Фәнни гастролдәр” проекты киләсәк технологиялар өлкәһендәге милли премия лауреаттарын берләштерә.  Улар илдең төбәктәрендә заманса фәнни ҡаҙаныштар тураһында сығыш яһай. Маҡсаты - ғалимдарҙың беҙҙең заман геройҙары булыуын һәм уларҙың асыштары илдең киләсәген билдәләүен күрһәтеү.

Степан Калмыков яңы быуын технологиялары һәм энергетиканы үҫтереүҙә һәм инновацияларҙы индереүҙә фәндең роле тураһында һөйләне.

- Бындай гастролдәрҙең төп маҡсаты - фәндең интеллектуаль ҡатнашыуҙы һәм маҡсатҡа ынтылышты талап итеүен, ә заманса тикшеренеүҙәрҙең энергетиканы һәм инновацион технологияларҙы үҫтереүҙе тәьмин итеүен күрһәтеү, - тип билдәләне Степан Калмыков.

Өфө Рәсәйҙең һигеҙ субъектын үҙ эсенә алған проект маршрутында өсөнсө төбәк булды. “Саҡырыу” фондының генераль директоры Наталья Третьяк билдәләүенсә, аудиторияның лекцияға ҡыҙыҡһыныуы бик юғары булған.

Башҡортостан  Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев төбәк өсөн бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәтен билдәләне.

- Башҡортостан фәнни традицияларға бай, ә вуз-ара кампусты үҫтереү - тикшеренеүселәргә ярҙам итеү, - тип белдерҙе ведомство башлығы. Осрашыуҙа шулай уҡ фәнни берләшмәнең һәм индустрияның үҙ-ара эш итеү перспективалары тикшерелде. Һуңғы өс йылда Башҡортостан тикшеренеүселәре “САҠЫРЫУ” премияһында ҡатнашыуға 17 ғариза ебәргән.

Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/28702/          

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас