Белем һәм тәрбиә
27 Апреля , 08:30

Капиталь ремонт ваҡытында башҡарыласаҡ

Был юлы 53 объект ремонтланасаҡ

Капиталь ремонт ваҡытында башҡарыласаҡКапиталь ремонт ваҡытында башҡарыласаҡ
Капиталь ремонт ваҡытында башҡарыласаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә 2026 йылда белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләшеү булды. Доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, контракт кампанияһы ваҡытынан алдараҡ үткәрелгән: бөтә 53 контракт 100 процентҡа төҙөлгән, был 4 ғинуарҙа уҡ эшкә тотонорға мөмкинлек биргән.

– Бөгөнгө көнгә 50 объектта — 38 мәктәптә, алты балалар баҡсаһында һәм алты колледжда ремонт эштәре башланған. Ике йыллыҡ цикллы өс мәктәптә әҙерлек графикка ярашлы 1 майҙан һәм 1 июндән башлана, — тине Урал Килсенбаев.

Айырым иғтибар сроктарҙың ҡыҫҡартылған булыуына бүленә. Мәктәптәрҙә участка һайлау комиссияларын урынлаштырыу сәбәпле ремонтты о 1 сентябргә түгел, ә 1 авгусҡа тамамларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәр буйынса уртаса төҙөлөш әҙерлеге 36 процент тәшкил итә (ике аҙна эсендә плюс ете процент), балалар баҡсалары буйынса — 23 процент (плюс 7,2 процент), бер йыллыҡ цикл колледждары буйынса — 32 процент (плюс алты процент).

– 2026 йылдың 1 авгусына бер йыллыҡ цикл объекттарында ремонт эштәрен тамамлау ваҡытын өҙөү хәүефе юҡ. Әммә проблемалы урындар ҙа бар. Өфөлә 31-се мәктәптең һәм 93-сө лицейҙың әҙерлеге 30 проценттан түбәнерәк. Беренсе объект буйынса артта ҡалыу сметаны төҙәтеү менән бәйле: ремонт барышында инженер коммуникацияларын тулыһынса яңыртыу кәрәклеге асыҡланды. Лицей буйынса эштәр һуңыраҡ башлана, сөнки 825 бала күрше мәктәптәргә бүленә. Хәҙер тиҙлекте арттырасаҡбыҙ, — тине Урал Килсенбаев.

Вице-премьер ҡорамалдар менән йыһазландырыуға айырым туҡталды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 306 миллион һум ҡаралған (һәр мәктәпкә 8,5 миллион). Бөгөнгө көндә контракттар төҙөү 17,6 процент тәшкил итә. Яуаплы ведомстволар менән кәңәшмәлә 2026 йылдың 1 майына тиклем йыһазландырыуға бөтә килешеүҙәр төҙөргә һөйләшелгән.

Урал Килсенбаев ваҡытты боҙған өсөн кадрҙар эҙемтәләре хаҡында иҫкәртте: 2025 йылда Бөрө һәм Бөрйән райондары башлыҡтары капиталь ремонт өсөн яуаплы урынбаҫарҙарын эштән бушатты.

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас