Белем һәм тәрбиә
28 Апрель , 16:20

Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде

Әлеге ваҡытта Аҡмулла университетында 250-нән ашыу студент белем ала. БДПУ – Рәсәйҙә ҡырғыҙ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто.

Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килдеӨфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде
Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде

Ошо көндәрҙә Аҡмулла университетында Рәсәйҙең һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең практикумы асылды. Сара Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, Ҡырғыҙ Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты булышлығында уҙғарыла. Халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында экскурсияла булды.

Сарала башҡарма власть органдары вәкилдәре, белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Практикумдың төп маҡсаты – педагогтарҙың профессиональ үҫешенә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү. Уны асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов сәләмләне.

– Беҙ Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Кавказ республикалары менән даими хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әммә был тәжрибә айырыуса үҙенсәлекле, сөнки унда абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовтың һәм Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркул Кендирбаеваның килеүе көтөлә, – тип билдәләне ректор.

Салауат Сәғитов 2021 йылдан Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ҡушыуы буйынса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында рус телен һәм илдә белем биреүҙең иң яҡшы тәжрибәһен үҫтереү буйынса системалы эш алып барылыуын иҫкә төшөрҙө. Ҡырғыҙстан Республикаһынан 24 меңдән ашыу уҡыусы рус теле буйынса олимпиадала ҡатнашҡан, 1300 педагог квалификация күтәреү курстарын үткән, дүрт Асыҡ белем биреү үҙәге даими эшләй, уларҙа 2000-дән ашыу тыңлаусы белем алған. Әлеге ваҡытта Аҡмулла университетында 250-нән ашыу студент белем ала. БДПУ – Рәсәйҙә ҡырғыҙ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто.

Килгән ҡунаҡтар өсөн бай эш һәм экскурсия программаһы әҙерләнгән ине. Улар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында ла булды. Кампус директоры Сергей Гладких халыҡ-ара делегация өсөн ҙур экскурсия үткәрҙе.

Вуз-ара кампус фәнни белем биреүҙән тыш, аң-белем таратыу функцияһын да үтәй. Кампус асылғандан алып унда 200 меңдән ашыу кеше булған, шулай уҡ 1000-дән ашыу сара үткәрелгән.

Белешмә өсөн

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Юғары белем һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк. Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде
Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде
Өфөгә Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар килде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас