

Бәләбәй ҡалаһының 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектына ингән «Ватан пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды арттырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, махсус кластар һәм түңәрәк эшләп килә. Улар 2024 йылдың сентябрендә асылған.
«Пилотһыҙ авиация системалары» программаһы 12 – 17 йәшлек уҡыусыларға иҫәпләнгән. Программа уҡыусыларға моделдәр әҙерләү, программалау, пилотлаштырыу өлкәһендә белем биреүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ пилотһыҙ авиация системалары менән эшләү өсөн кәрәкле ғәмәли оҫталыҡҡа туплауға, инженер-конструктор фекерләүен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Бәләбәй мәктәбендә ике инженер класы, шулай уҡ төрлө йәштәге балалар өсөн «Пилотһыҙ авиация системалары» түңәрәге эшләй. Уҡыу бүлмәләре юғары технологиялы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уны файҙаланыу балаларға пилотһыҙ аппараттар ҡорорға һәм улар менән идара итергә өйрәнергә мөмкинлек бирә. Бәләкәй һәм ҙур осош зоналары, шулай уҡ ремонт станцияһы һәм 3D баҫма биләмәһе ҡаралған.
Был башланғыстан педагогтар ҙа ситтә ҡалмай. «Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар» федераль проектына ярашлы, алты уҡытыусы профессиональ әҙерлек үткән.
«Пилотһыҙ авиация системалары» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар төрлө сараларҙа сығыш яһап, үҙ оҫталығын күрһәтә, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
Фото: МАОУ СОШ №17 г.Белебея (vk.com/club189450548).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!