

Заманса технологияларҙы, компьютер нескәлектәрен белеү бөгөн заман талабы. Ишембай ҡалаһындағы Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайында юғары категориялы педагог Венера Харис ҡыҙы Рәхимова етәкселегендә компьютер грамоталығына, 3D моделләү, 3D принтерҙа баҫтырыу, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса белем биреү юғары кимәлдә ойошторолған.
– Өҫтәмә белем биреү педагогы булып 2012 йылдан эшләйем. Тәүҙә “Инфознайка” тигән берекмә ойошторҙом. Унда 1-4-се класс уҡыусыларын компьютер грамоталығына өйрәттем. 2017 йылда коллегаларымдың үтенесе буйынса робот техникаһы төркөмөн тупланым.
Был турала тәүҙә бик белмәй ҙә инек, шуға иң ябай нәмәләрҙән башланыҡ. Был осорҙа мәктәп уҡыусылары өсөн робот техникаһы әле саҡ үҫешә башлағайны. Робот техникаһы тураһында төплөрәк белеү маҡсатында уҡыусыларһыҙ ғына күрше ҡалаға ярышҡа барырға ҡарар иттем. Башҡа педагогтар менән аралашыу, үҙемдең миссиямды аңларға ярҙам итте. Шулай итеп беҙ ярыш робот техникаһы менән ҡыҙыҡһынып киттек.
Был йүнәлеш конкурс, фестивалдәрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуҙы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Киләһе уҡыу йылында өс команданы Стәрлетамаҡ ҡалаһына "РобоФест-2018” ярышына алып барҙым. Командаларымдың береһе призлы урын алды һәм беҙҙе был ярыштарҙың Рәсәй кимәлендәге этабына Мәскәүгә саҡырҙылар. Көсөргәнешле күнекмәләр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе: илебеҙҙән йыйылған 119 команда араһында “чертежник” йүнәлеше буйынса 1-се урын яуланыҡ.
Ярыштарҙа ҡатнашыу – башҡа төбәктәрҙән килгән ошондай һәләтле балалар менән аралашыуға юл аса. Был һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Тап Мәскәүҙә башҡа командалар менән аралашыу мәлендә, улар 1-4-се класс уҡыусылары ине, күптәрҙең Башҡортостан, шулай уҡ Ишембай тураһында белмәүҙәрен аңланыҡ. Шуға ла беҙ йышыраҡ ошондай ярыштарға сығырға, еңеү яуларға тырыштыҡ. Башҡортостандың командаһының урын алыуын ишетеү беҙҙең өсөн ғорурлыҡ ине, – тип башлап китте әңгәмәбеҙҙе Венера Харис ҡыҙы.
Тап шул осорҙан Ишембайҙағы Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайы уҡыусылары йышыраҡ ярыштарға йөрөй башлай. Уңыштары менән ҡыуандыралар. Мәҫәлән, былтыр мәктәп уҡыусылары араһында Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһының төбәк этабында робот техникаһы буйынса ҡатнашалар. Һөҙөмтәлә, ишембайҙар 1-е урынға лайыҡ була. Ошо рәүешле Башҡортостан командаһы составына инәләр һәм Пермь ҡалаһында интеллектуаль олимпиаданың финалында ҡатнашалар. Бында ла күрһәткестәр маҡтанырлыҡ: Рәсәйҙең 14 субъекты араһында 1-се урын яулайҙар.
“РобоФинист” робот техникаһы фестивалендә даими ҡатнашалар. Быйыл 23 апрелдә “Ҙур сәйәхәт” программаһында үҙҙәренең көстәрен һынайҙар, унда үҫмерҙәр дүрт ярыш майҙансығында ҡатмарлы заданиеларҙы үтәйҙәр һәм йәнә 1-се урынға өлгәшәләр.
Шуны билдәләү мөһим, робот техникаһы буйынса ярыштар яйлап квадрокоптерҙар, дрондар йүнәлешен ала. Был йәһәттән дә Ишембай уҡыусылары һынатмай, яңы оҫталыҡты үҙләштерәләр.
– Квадрокоптерҙар менән 2021 йылда шөғөлләнә башланыҡ. Бер программа буйынса Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайына “Пионер мини” квадрокоптерҙары алына һәм уларҙы йыйырға кәрәк була. Был квадрокоптерҙарҙы беҙгә дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн тапшырҙылар. Квадрокоптерҙы йыйыуҙы һәләтле генә бер уҡыусыма йөкмәттем. Йыйыу өсөн махсус белем кәрәк булғас, ул уны яйлап өйрәнде. Нисек винттарын ҡуйыу ҙа мөһим ине, сөнки дөрөҫ ҡоролмаһа, ул осмаясаҡ. Уға ярҙамға тағы ла бер үҫмер килде. Шулай итеп квадрокоптерҙы үҙләштереү башланды.
Беҙҙә “Авиамодель” түңәрәге эшләгән осорҙа уның өсөн Tello квадпрокоптерҙары алынғайны. Ул түңәрәк һүнеп ҡалғас, был йүнәлештә белемде киңәйтеү өсөн квадрокоптерҙарҙы беҙгә биреүҙе һораныҡ. Маҡсат өйрәнеп кенә ҡалыу түгел, һөҙөмтәгә өлгәшеү ине. Шуға квадрокоптерҙар буйынса ярыштарға әҙерләнергә ҡарар иттек. Тәүге тапҡыр был йүнәлештәге ярышҡа Өфөгә “РобоФинист”ҡа барҙыҡ. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Питерға финал ярыштарына әҙерләнә башланыҡ. Квадрокоптерҙарҙы программалауҙы ныҡлап өйрәндек. Һайлауҙы уңышлы үтеп Питерға юлландыҡ, – тип әңгәмәне дауам итте Венера Рәхимова.
Ярыш талаптары бик ҡатмарлы була, ләкин ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһендә ишембайҙар йәнә уңышҡа өлгәшә. Унда 1-се урынды Белоруссиянан килгән команда, 2-се урынды Һамар командаһы яулай, 3-сө урынға Ишембай уҡыусылары лайыҡ була. Тәүге ярыштарҙа уҡ еңеүселәр рәтенә сығыу, әлбиттә, ҙур ҡыуаныс була. Еңеү өсөн приз рәүешендә “Пионер Мини” квадрокоптеры менән бүләкләнәләр.
Ҙур кимәлдәге ярыштарҙа еңеүсе йәштәр мәктәпте тамамлап институттарға инә, уларға алмашҡа йәш һәләттәр килә.
Күптән түгел "Кибердром" ярыштарында ла Ишембай ҡалаһының Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайынан ошо йүнәлештә шөғөлләнә башлаған өс уҡыусы ҡатнашып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынай.
Квадрокоптерҙар, айырыуса программалана торғандар ҡиммәт тора. Уҙышыусылары ла арзан тормай. Боҙолғандарын хатта төҙәтергә лә өйрәнгән ижад һарайында шөғөлләнеүселәр.
Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итергә лә өлгөрә һәләтле йәштәр. Былтыр, мәҫәлән, махсус хәрби операция өсөн дрон йыйырға булышлыҡ иткәндәр.
Фото: Венера Рәхимованыҡы.