

Өфө ҡалаһының 96-сы лицейы уҡыусылары хәҙер 5-се кластан алып аэродинамика элементтары, программалаштырыу һәм физика алымдары менән таныша. Бында уҙған йыл инженер һәм кадет кластарында белем алыусыларға өҫтәмә белем биреү түңәрәге асылып, балалар пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм уларға идара итеүҙе өйрәнә.
Күнекмәләр үткәреү өсөн ҡулланылған майҙансыҡтар күп кенә, мәктәптең иркен спорт залы ла осоштар үткәреү урынына әйләнә ала. Дрондарға идара итә башлағансы, башта теория менән ныҡлап танышырға кәрәк, әлбиттә, унан виртуаль донъяла – симуляторҙа күнекмәләр башҡарыла.
“Гонка” модуле аша балалар бер-береһе менән дә, боттар менән дә ярыша ала. Бында төп бурыс – пульт менән эшләргә өйрәнеү һәм джойстикка баҫыу көсөн һынап өйрәнеү. Был пилотһыҙ осоу аппараты кәртәләрҙе йылғыр үтһен, тигеҙ оса алһын өсөн мөһим. Лицейҙа 5-се кластан алып 8-селәргә тиклем уҡыусыларҙан торған 11 төркөм осоштарға идара итергә өйрәнә.
Уҡыусылар аппараттарҙы үҙаллы йыйырға, ремонтларға ла өйрәнә. 3D принтерҙа кәрәкле деталдәр баҫыла.
Республикала БПЛА операторы һөнәре менән таныштыра башлаған мәктәптәр бихисап. Бында шөғөлләнгән уҡыусылар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырып, ярайһы юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Былтыр ошо 96-сы лицей уҡыусыһы республика инженер форумы призеры булған. Тырыш балаларҙың адағы ярыштарҙа ла өлгәшәһе уңыштары алда, тип ышана уларҙың остаздары.
Сығанаҡ: gtrkrb.ru
Фото: видеояҙманан скриншот.