Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына аҡсалата премия – йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм уның педагогы – 300-әр мең һум, призер һәм уның педагогы 150-шәр мең һум ала. 

Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулайБашҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай
Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҙур еңеүҙәр яулап ҡыуандыра. Бының менән улар үҙҙәрен, белем усаҡтарын ғына данлап ҡалмай, тотош республиканы таныулыраҡ итеүгә өлөш индерә. Айырыуса  Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында яуланған уңыштар тос. Быға белем биреү учреждениелары һәм властар яғынан системалы әҙерлек һәм ярҙам арҡаһында өлгәшелде.

Ярҙам саралары дәрт өҫтәй

Республикала Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары өсөн төрлө ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар аҡсалата премиялар ала, был уларҙың артабанғы уңыштары өсөн өҫтәмә стимул булып тора. Шулай уҡ таланттарҙы үҫтерергә һәм уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләргә ярҙам иткән остаздар өсөн дә дәртләндереү саралары ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына аҡсалата премия – йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм уның педагогы – 300-әр мең һум, призер һәм уның педагогы 150-шәр мең һум ала.

– Уҡыусыларыбыҙҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһындағы уңыштары – республика өсөн ғорурлыҡ ҡына түгел, ә беҙҙә бирелгән белемдең сифат күрһәткесе лә ул. Һәләтле балаларға һәм уларҙың уҡытыусыларына артабан да ярҙам итеп, уларҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаҙаныштарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Һәләтле балаларға ярҙам системаһын үҫтереү маҡсатында 2023 йылдан республикала төбәк тренерҙар командаһы эшләй, йәғни төрлө фәндәр буйынса баш тренерҙар тәғәйенләнгән һәм остаз-уҡытыусылар һайлап алынған. Республика мәктәптәрендә һәләтле балалар өсөн махсус программалар әүҙем индерелә, был йәш таланттарҙы асыҡларға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика етәкселеге булдырған аҡсалата ярҙам саралары ла уҡыусыларға һәм уларҙы әҙерләгән остаздарға дәрт өҫтәй, уларҙы яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра.

Быйыл да еңеүҙәр тос

2025 йылда Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының аҙаҡҡы этабына үтеүсе балалар һаны буйынса Рәсәйҙә бишенсе урында билдәләнде. Республика мәктәптәренән 153 ҡыҙ һәм егет ил кимәлендәге ярышҡа сығып, шуларҙың 57-һе еңеүсе һәм призер булған.

Быйыл да уҡыусыларыбыҙ тос уңыштары менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, апрель аҙағында астрономия һәм инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этаптарының һөҙөмтәләре билдәле булды. Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан бер нисә уҡыусы иң яҡшылар иҫәбенә инеүгә өлгәшкән.

Астрономия буйынса олимпиаданы ябыу тантанаһы “Сириус” белем биреү үҙәгендә үткән. Был ярышта Башҡортостан данын 16 ҡатнашыусынан – Өфө, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез мәктәптәре уҡыусыларынан торған йыйылма команда яҡланы һәм ете уҡыусыбыҙ призер булып танылды. Улар – Өфө ҡалаһындағы 83-сө инженер лицейынан Андрей Камский һәм Морат Абдуллин, 161-се лицейҙан Богдан Середа, 153-сө лицейҙан Наил Сәмиғуллин, Мәләүездәге 3-сө гимназиянан Роман Спирин, Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙан Илдар Зәйнәков.

Бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт лингвистика университетында инглиз теле буйынса олимпиада үтте. Финалда Рәсәйҙең 89 төбәгенән 372 һәләтле уҡыусы көс һынашты. Башҡортостан данын ете бала – Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бәләбәй һәм Өфө райондары мәктәптәре уҡыусылары яҡланы. Һөҙөмтә шәп: бер еңеүсе һәм өс призер. 11-се кластар араһында Өфө ҡалаһының 153-сө лицейынан Никита Едренкин еңеүсе исемен яулап ҡайтты. Еңеүсенең һәм призерҙарҙың остазы – республиканың инглиз теле буйынса баш тренеры, Республика инженер лицей-интернатының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Александра Гаржанова.

Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында Башҡортостандан һигеҙ уҡыусы ҡатнашты. Был олимпиадала Өфөнән өс кеше – 2-се “Смарт” полилингваль гимназияһы уҡыусыһы Рилана Кәримова, “Берҙәмлек” 106-сы лицейынан Ғәлиә Әүәлбаева һәм 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы София Салангина призер булды. Еңеүсе ҡыҙҙар тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты.

“София менән күптән танышбыҙ, былтыр ул климатты үҙгәртеү мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиаданың триумфаторы булды. Татарстанда үткән йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиаданың һуңғы этабында ла уҡыусылар бик яҡшы сығыш яһаны. Бында Рената Жданова (15-се лицей, Өфө), Мария Ворсина (7-се мәктәп, Өфө), Мария Калеева (3-сө гимназия, Өфө), Аделина Дәүләтбаева (3-сө гимназия, Өфө) һәм Эмилия Сәлимйәнова (6-сы мәктәп, Туймазы) призерҙар булды.

Йәш таланттарға үҙҙәрен күрһәтеү һәм яңы үрҙәргә өлгәшеү мөмкинлеге булыуы мөһим”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһындағы уңыштары – системалы хеҙмәт, дәүләт яғынан ярҙам һәм уҡыусыларҙың һәм остаздарҙың тырышлығы һәм әүҙемлеге һөҙөмтәһе ул. Республика үҙенең таланттары менән ғорурлана һәм уларҙың үҫеше, потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуҙы дауам итәсәк.

ФЕКЕРҘӘР 

Наил ӘМИНЕВ, Өфө ҡалаһындағы 2-се “Смарт” полилингваль күп профилле гимназия директоры:

– Беҙҙең гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Рилана Кәримова Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулап ҡайтты. Унда илдең 79 субъектынан 290-дан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Был еңеүҙә Рилананың остазы – гимназиябыҙҙың биология уҡытыусыһы Регина Вәлиуллинаның да өлөшө ҙур.

Был еңеү – беҙҙең белем усағы өсөн ҙур ҡаҙаныш һәм шатлыҡлы ваҡиға. Уҡыусыбыҙҙы тантаналы линейкала тәбрикләп, гимназия етәкселеге исеменән заманса гаджет – iPhone 17 Pro тапшырҙыҡ. Был бүләк Риланаға артабанғы уҡыуында, тикшеренеүҙәрҙә һәм яңы еңеүҙәрҙә бик яҡшы ярҙамсы булыр, тип ышанабыҙ.

Рилана КӘРИМОВА, экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры:

– Беҙҙең гимназияла уҡыусыларҙы дәртләндереүгә һәм һәр яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Махсуслаштырылған әҙерлек курстары һәм стипендиялар кеүек мөмкинлектәр өсөн гимназия директоры Наил Радик улы Әминевкә һәм беҙгә төплө белем биргән уҡытыусыларға ихлас рәхмәт белдергем килә. Бындай ҡараш ­– бөтә уҡыусыларға ла юғары һөҙөмтәләргә ынтылыу өсөн ҡеүәтле стимул.

Башланғыс кластарҙа уҡ олимпиада хәрәкәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Уҡытыусыларыма – һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙаҡәрлек, шулай уҡ атай-әсәйемә ярҙамдары һәм миңә ышаныуҙары өсөн ҙур рәхмәт. Әлбиттә, иң ҙур рәхмәтем - биологиянан төплө белем биргән һәм олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусым Регина Рөстәм ҡыҙы Вәлиуллинаға. Ул кәрәкле уҡыу әсбаптары табып биреште, ғилми етәксе булараҡ, автор проектын яҙыуҙа ярҙам итте. 

Үҙ сиратымда, туплаған тәжрибәмде уртаҡлашырға һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһына ла ярҙам итергә әҙермен. Йылдан-йыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған уҡыусылар һаны арта барһын!

Фотолар: БР Мәғариф министрлығынан.

 

Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай
Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай
Башҡортостан уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас