Вуз-ара кампус резиденты Милли киберспорт лигаһында лидерлығын раҫланы

"Сириус"та Киберспорт милли студенттар лигаһының дүртенсе миҙгеленең финал этабы тамамланды.

Вуз-ара кампус резиденты Милли киберспорт лигаһында лидерлығын раҫланыВуз-ара кампус резиденты Милли киберспорт лигаһында лидерлығын раҫланы
Вуз-ара кампус резиденты Милли киберспорт лигаһында лидерлығын раҫланы

Илдең иң көслө студенттары еңеүсе исеме һәм миллион һумлыҡ приз фонды артынан Ҡара диңгеҙ буйына килде. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы өсөнсө тапҡыр Сounter-strike 2 буйынса Киберспорт милли студенттар лигаһы чемпионы булды. Сара IX «АССК ФЕСТ» Бөтә Рәсәй студенттар спорты фестивале сиктәрендә үтте.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың бөтә иғтибары көндөң төп геройҙарына - Ҡазан милли тикшеренеү техник университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының йыйылма командаларына йүнәлгәйне. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары өсөнсө тапҡыр еңеү яуланы.

Башҡортостандың Фән Һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, Башҡортостанда компьютер спорты спорт, фән һәм мәғариф өсөн мөһим үҫеш нөктәһенә әүерелә, тип билдәләне.

Өфө университеты студенттары тренер етәкселегендә "еңеү фәне"нең системалы ҡараш, стратегик фекерләү, аналитика, реакция тиҙлеге һәм команда эше икәнлеген иҫбатланы.

БЕЛЕШМӘ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/28847/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас