Өфө кампусында VR-тренажер уйлап тапҡандар

Яңы ҡорамал уйлап табыу электр монтажлау эштәрен хәүефһеҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Был башланғыс нефть-газ тармағы предприятиелары өсөн дә файҙалы буласаҡ. 

Өфө кампусында VR-тренажер уйлап тапҡандарӨфө кампусында VR-тренажер уйлап тапҡандар
Өфө кампусында VR-тренажер уйлап тапҡандар

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы VR-технологиялар һәм робот техникаһы  лабораторияһында электротехник персонал һәм студенттар әҙерләү өсөн виртуаль ысынбарлыҡ тренажёры булдырыла. Яңы ҡорамал уйлап табыу электр монтажлау эштәрен хәүефһеҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Был башланғыс нефть-газ тармағы предприятиелары өсөн дә файҙалы буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, виртуаль технологиялар инженер кадрҙарын әҙерләүҙең заманса системаһының мөһим өлөшөнә әүерелә.

Проект авторҙарының береһе, Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенты Шамил Ғәзизов әйтеүенсә, эшләп торған ҡорамалда ысын күнекмәләр үткәреү хәүефһеҙлек талаптары арҡаһында йыш ҡына сикләнә, сөнки хатаның хаҡы бик юғары.

– Шуға күрә беҙ әҙерлектең бер этабы булараҡ VR-ысулды һайланыҡ. Уның ярҙамында йыш осраған хаталарҙы һәм сикле ғәмәлдәрҙе контролдә тотолған мөхиттә өйрәнеү мөмкинлеге булдырыла, - ти яңы ҡорамалды уйлап табыусы.

Проект өҫтөндә Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенттары һәм уҡытыусылары командаһы эшләй. Әле команданың база мөхите, интерактив элементтар һәм сценарийҙарҙың бер өлөшө менән тренажёрҙың эш версияһы, шулай уҡ әҙерләнгән ҡорамалдарҙың 3D-моделе бар. Быйыл проект «Студенттар стартапы» конкурсының 1 миллион һумлыҡ грантын алды.

Белешмә өсөн:

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре үҫешә. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештәге эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас