Телефонда ла микробтар була

Өфөнән 11-се класс уҡыусыһы Ләйсән Садиҡова класташтарының кеҫә телефондарынан өлгөләр алған һәм... 

Телефонда ла микробтар булаТелефонда ла микробтар була
Телефонда ла микробтар була

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы фундаменталь һәм ғәмәли микробиология кафедраһы лабораторияһы «МедЗнайка Science» программы сиктәрендә ғилми проектҡа ярҙам иткән.

Был – «МедЗнайка Science» һөнәри йүнәлеш биреү мәктәбе тарихында ошондай тәүге тәжрибә. Программа Башҡортостан дәүләт медицина университетының фундаменталь һәм ғәмәли микробиология кафедраһы базаһында тормошҡа ашырылған һәм уҡыусыға теманы һайлауҙан алып  уны яҡлауға тиклем ысын тикшеренеүсе юлын үтергә мөмкинлек биргән.

Ләйсәндең эшенең темаһы – «Мәктәп мөхитендә смартфондар өҫтөндә микроб бысраныуын сағыштырма анализлау». Тикшеренеү барышында ул класташтарының кеҫә телефондарынан өлгөләр алған, уларҙы идентификациялаған һәм бысраныу кимәленең гаджеттарҙы эшкәртеү йышлығына бәйле булыуын анализлаған.

Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, смартфондарҙың өҫтөндә патоген микроорганизмдар, шул иҫәптән стафилококктар һәм әсеткегә оҡшаш бәшмәктәр һаҡлана ала икән. Белгестәр әйтеүенсә, бындай мәғлүмәттәр үҫмерҙәр араһында гигиена мәҙәниәтен формалаштырыуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр раҫлай.

БДМУ һәм мәктәп уҡытыусылары, шулай уҡ саҡырылған белгестәр ингән эксперт комиссияһы уҡыусының эшен юғары баһалаған. Ләйсән маҡсатлы рәүештә Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инергә әҙерләнә һәм хирург булырға хыяллана. Ул айырыуса биология фәнен үҙ итә. Уның был фәнгә ҡыҙыҡһыныуын ҡаҙаныштары ла раҫлай: Ләйсән бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм профилле конкурстар призеры була.

Шуны билдәләп үтәйек, «МедЗнайка Science» программаһы йәш тикшеренеүселәрҙе тема һайлауҙан һәм лабораторияла эшләүҙән алып академик стандарттар буйынса тикшеренеүҙәрҙе рәсмиләштереүгә һәм эксперт комиссияһы алдында яҡлауға тиклем бөтә этаптарҙа ла оҙатыуҙы күҙ уңында тота.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: campusufa.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас