

Миәкә районында уҡыусыларҙы дрондарға идара итеү буйынса уңышлы тәжрибә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Миәкә ҡасаба-ара үҙәк китапаханының балалар менән эштәр буйынса директорҙың урынбаҫары Гөлназ Шәйәхмәтова “Дрон-рейсинг мәктәбе” тигән проект булдырғайны, быйылдан ул үҙенең эшен башланы. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Әле проекттың сираттағы этабы уҙғарыла – мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ул Ҡырғыҙ - Миәкә ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә ойошторолған, унда 8-11-се класс уҡыусылары йәлеп ителгән.
Балалар джойсиктар менән дрондарға идара итергә өйрәнә, кемдер компьютер аша симуляторҙа оҫталығын нығыта, икенселәр осороп ҡарап тәжрибә туплай. Уҡыусылар менән белгестәр шөғөлләнә.
– Балаларға оҫталыҡ дәрестәре бик оҡшай. Ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр. Хатта ҡыҙҙар араһында ла ҡыҙыҡһыныусылар бар. Оҫталыҡ дәрестәренә йөрөүселәр араһында иң һәләтлеләр асыҡланасаҡ. Июнь айында проекттың сираттағы этабы башлана. Иң һәләтле 50 уҡыусы һайланып алынып, пилотһыҙ авиация системалары операторына уҡытыла башлаясаҡ. Улар өсөн 36 сәғәтлек курстар билдәләнгән, – тип һөйләне Гөлназ Шәйәхмәтова.
“Дрон-рейсинг мәктәбе” проектына барлығы 500 уҡыусыны йәлеп итеү күҙаллана. Йомғаҡлау саралары август айына планлаштырылған.
Гөлназ Шәйәхмәтова фотолары.