Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң

Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә өс республика дәүләт йәштәр премияһын тапшыралар. 2024 йылда төбәк Башлығы ҡарары буйынса уларҙың күләме 500 мең һумға тиклем арттырылды. Премия өс номинация – тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәләре буйынса ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Ә былтыр инновациялар һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн 150-шәр мең һумлыҡ йыл һайын бирелгән ете “Йылдың йәш ғалимы” премияһы булдырылды.

Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киңТырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң

Кешелек тормошондағы үҫеш, уңайлыҡтар, яңы технологиялар нигеҙендә ғалимдарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәнни хеҙмәттәре, янып-көйөүҙәре, асыш-табыштары ята. Фәнһеҙ донъяла алға китеш юҡ. Шуға күрә бөгөн ил, шул иҫәптән беҙҙең республика етәкселегенең фән өлкәһен үҫтереүгә, ғалимдарҙы, айырыуса йәш тикшеренеүселәрҙе дәртләндереүгә, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға үтә лә ҙур әһәмиәт биреүе аңлашыла.

Йәш ғалимдар иғтибарҙан ҡәнәғәт

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 3 мартындағы Указына ярашлы, беҙҙә Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Яңы ведомствоға фәнни-белем биреү өлкәһен координациялау һәм төбәкте фәнни-техник үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу бурыстары йөкмәтелгән. Комитет үҙ эшмәкәрлеген БР Фәндәр академияһы һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә алып бара.  

– Башҡортостандың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары тос, оҙайлы йылдар дауамында туплаған тәжрибәһе ҙур. Һуңғы осорҙа беҙҙә фәнде үҫтереү һәм ғилми йәмәғәтселеккә, йәш ғалимдарға ярҙам саралары булдырыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Республикабыҙҙың дүрт юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк-2030” программаһына инде. Бындай һөҙөмтә тотош Рәсәй өсөн өлгө булырлыҡ. Өфөлә ҡала үҙәгендә кампус төҙөлә, ул һоҡланғыс фәнни үҙәккә әйләнә бара. Иң мөһиме – йәштәр, грант алыусылар, беҙҙең докторҙар, кандидаттар. Республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, фәнни асыштарға ынтылған йәштәрен үҙебеҙҙә ҡалдырыу, уларға лайыҡлы шарттар булдырыу – беҙҙең иңгә һалынған мөһим бурыстарҙың береһе, – тине Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Комитет рәйесенең һүҙҙәрен һандар ҙа раҫлай. Башҡортостандың фәнни берләшмәләре, юғары уҡыу йорттары төрлө рейтингтарҙа алдынғы урындар яулай, өҫтәмә финанслау сараларына эйә була. Мәҫәлән, 2024 йылда Рәсәйҙең фәнни-технологиялар үҫеше рейтингында Башҡортостан, позицияһын бер баҫҡысҡа яҡшыртып, етенсе урынға лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта республика етәкселеге тарафынан тағы ла етдирәк һәм ҡыйыуыраҡ бурыс билдәләнгән – ошо Милли рейтингта бишенсе баҫҡысҡа күтәрелеү. Дүрт университетыбыҙ – Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты “Өҫтөнлөк-2030” программаһында еңеүсе статусын раҫланы. Был республика фәне үҫешенә бер миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалар Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының гранттарына лайыҡ булып, дөйөм суммаһы 717 миллион һумдан ашыуға тиң аҡсалата ярҙам алды.

Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә өс республика дәүләт йәштәр премияһын тапшыралар. 2024 йылда төбәк Башлығы ҡарары буйынса уларҙың күләме 500 мең һумға тиклем арттырылды. Премия өс номинация – тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәләре буйынса ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Ә былтыр инновациялар һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн 150-шәр мең һумлыҡ йыл һайын бирелгән ете “Йылдың йәш ғалимы” премияһы булдырылды. Был республикала фәнгә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итеүҙә тағы ла бер мөһим аҙым булды.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Далмир Камалетдинов бынан ике йыл элек гуманитар фәндәр өлкәһендә дәүләт наградаһына лайыҡ булғайны.

– Республика дәүләт йәштәр премияһына конкурста ҡатнашып, йәш ғалимдар һөнәри һәм шәхсән үҫешеү, яңы белемдәргә эйә булыу һәм уларҙы ғәмәли йәһәттән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә була. Башҡортостандың йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында лидерҙар иҫәбендә булыуы ҡыуандыра, – тине Далмир Камалетдинов.

Әйткәндәй, йәш ғалимдың уңыштары бының менән генә сикләнмәй. Былтырғы йыл аҙағында Далмир Әҙгәр улы “Рәсәй берҙәйлеге” Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яуланы һәм юғары наградаға – “Рәсәй берҙәйлеге көндәре: Рәсәй халҡының үҙаңын формалаштырыуға йоғонто яһаған ваҡиғалар” номинацияһында еңеүсе дипломына лайыҡ булды.

Вуздарҙа бюджет урындары арта

2025 йылдың 1 октябренә ҡарата алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республиканың ете төп юғары уҡыу йортонда 102 668 кеше белем ала. Былтыр беренсе курсҡа студенттар ҡабул итеү 2024 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа артҡан. Республикала 10 мең самаһы сит ил студенты уҡый, беҙҙең юғары уҡыу йорттарына донъяның 50 иленән килеп белем алалар.

Быйылғы уҡырға ҡабул итеү кампанияһы барышында урта һөнәри, юғары белем биреү, аспирантура һәм ординатура программаларын иҫәпкә алып, бюджет урындары 17 424 урын тәшкил итә. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа күберәк. 2026 йылда республика мәктәптәренең XI класын 16,5 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамларға йыйына.

– Төбәктең юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы ҡабул итергә әҙер. XI класты тамамлаусыларҙың 75 проценты бюджет урындарын биләй ала, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ, – тип хәбәр итте республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Былтыр республиканың уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡытыу күләме 15,5 процентҡа артҡан һәм, Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан ил төбәктәре рейтингында дүртенсе урынды яулаған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн урындар бүлеү айырым квота нигеҙендә тормошҡа ашырыла, ул контроль ҡабул итеү һандарының дөйөм күләменән 10 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Башҡортостанда “мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие” моделе буйынса һөнәри йүнәлеш биреү системаһын әүҙем үҫтерәләр. Уның инструменттарының береһе – 15 предуниверсарий, йәғни юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы махсус белем биреү майҙансыҡтары. Уларҙа өлкән класс уҡыусылары профилле предметтарҙы ентекле өйрәнә һәм буласаҡ уҡыу йүнәлештәре менән таныша. 2025 йылда предуниверсарийҙарҙа шөғөлләнгән 430-ҙан ашыу уҡыусы республиканың юғары уҡыу йорттарын һайлаған.

Быйылғы уҡырға ҡабул итеү кампанияһы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Юғары уҡыу йортона онлайн инегеҙ” суперсервисын файҙаланып үтәсәк. Абитуриенттар ғариза бирә һәм документтарын шәхси кабинетына тултыра ала. Шул уҡ ваҡытта документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырыу йәки уларҙы почта аша ебәреү мөмкинлеге лә һаҡлана.

Республикала төбәк вуздарын һайлаған сығарылыш уҡыусыларына ярҙам сараларын үҫтереү дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Атап әйткәндә, БДИ-ны 100 балға тапшырған йәштәр, Башҡортостан университеттарына уҡырға ингән осраҡта, бер тапҡыр бирелә торған махсус түләү ала. Бынан тыш, һәр юғары уҡыу йорто Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусыларға, төрлө олимпиада еңеүселәренә махсус стипендия рәүешендә дәртләндереү саралары тәҡдим итә.  Мәҫәлән, Башҡорт теленән федераль олимпиадала еңеүселәр Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә.

– Былтыр ошо олимпиадала еңеү яулаған ете уҡыусы беҙҙең факультеттың студенты булып китте. Уларға йыл дауамында айына 60 мең һум стипендия тәғәйенләнде, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта бөтә уңайлыҡтары булған бүлмә бирелде. Был уҡыусыларҙың рус теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәм түгел ине, шуға улар юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ ҡабул ителде. Бынан тыш, биш олимпиада еңеүсеһе (уларҙың рус теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәмерәк) уҡырға ингәндә өҫтәлмә балдар алып ҡыуанды, ­– һөйләне факультет деканы Гөлфирә Абдуллина.

Ғөмүмән, бөгөн тырышлыҡ күрһәтһәң, мөмкинлектәр киң заманда йәшәйбеҙ. Уҙған быуаттың 90-сы юҡсыллыҡ йылдарында студент булған йәки үҙ тормошон фәнгә бағышлап, йәш ғилми хеҙмәткәрҙең таҡы-тоҡо аҡсаһына көн күргәндәр ауыҙынан: “Их, беҙҙең заманда булһа ине ул ошондай шарттар!” – тигәнде йыш ишетергә тура килгәне бар. Һәр нәмә сағыштырыуҙа беленә. Үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтергән, конкурстарҙа ҡатнашып, йөҙәр меңлек гранттар яулаған, асыштары өсөн премияларға лайыҡ булған йәштәргә аҡ көнләшеү менән ҡарарға һәм уңыштар теләргә генә ҡала.

 

Гөлсинә ЙОМАҒУЖИНА, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты:

– Беҙҙең университетта төрлө конкурс, ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡан диплом-грамоталарыңды туплап, ярты йыл һайын махсус комиссияға тапшырып, юғары дәүләт стипендияһы алырға була. Шуның буйынса һәр студенттың рейтингы билдәләнә. Мин дә был исемлеккә эләгеүгә бик шат булдым. Ошо рейтинг системаһы буйынса студенттарға 10 меңдән 30 мең һумға тиклем стипендия түләнә. Йәшәү минимумы кимәлендә социаль стипендия, матди ярҙам да юллап була. Исемле стипендиялар ҙа, төрлө гранттар ҙа күп.

Университет әүҙем студенттарҙы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына, хатта Ҡара диңгеҙгә сәйәхәткә, ял итергә лә ебәрә. Үҙемә лә I курста Ҡара диңгеҙгә бушлай барып ҡайтыу бәхете тейҙе. Сәйәхәт ныҡ оҡшаны, һәм ул көндәр хаҡында әле лә йылы хәтирәләр һаҡлайым.

 

Айрат Нурмөхәмәтов һәм шәхси архивтарҙан алынған фотолар.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

 

Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Тырышлыҡ күрһәтһәң, үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас