Ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан спирт эшләп була

Өфө вуз-ара кампусы резиденты студенттары агроҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса проект менән «Сколково» фонды финалына сыҡты 

Ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан спирт эшләп булаАуыл хужалығы ҡалдыҡтарынан спирт эшләп була
Ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан спирт эшләп була

Рәсәй Ауыл хужалығы банкы (Россельхозбанк) һәм «Сколково» фонды студенттар өсөн агрофинтех-акселераторға йомғаҡ яһаны. 2026 йылда программа Рәсәйҙең 51 төбәгенән 512 студенттан 265 ғариза йыйған. Финалға 12 команда сыҡты, шул иҫәптән Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарының FuranTech командаһы.

Стартап авторҙары – технология факультеты студенттары Екатерина Жолобова, Маргарита Хәкимова һәм Елена Чистякова. Улар агроҡалдыҡтарҙан сәнәғәт өсөн ҡиммәтле продукт – фурфурил спирты етештереүҙең яңы технологияһын әҙерләй.

Фурфурил спирты сәнәғәттә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡойоу предприятиеларында деталдәр етештереү, нефть химияһында ыҫмала, елемдәр һәм пластмасса эшләү өсөн. Шул уҡ ваҡытта фурфурил спиртының 90 проценты Ҡытайҙан һатып алына. FuranTech командаһы технологияны махсус рәүештә Рәсәй сеймалы өсөн эшләй.

– Ҡалдыҡтар икенсел ресурсҡа һәм сеймалға әйләнгән цикллы иҡтисадҡа күсеү – ябыҡ цикллы иҡтисад булдырыуҙың маҡсаты. Тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыу – ул ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең яңы объекттарын булдырыу һәм сығарылышта ватан баҙарында талап ителгән әҙер продуктты алыу. Был башланғыс Башҡортостан Республикаһының ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса төбәк программаһы менән билдәләнгән, – тип һөйләнеләр Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас