Эш тип кенә йәшәргә ярамай...

Тәжрибәһеҙ уҡытыусы булыуыма ҡарамаҫтан, I класты бирҙеләр. Балаларға бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ – шунда уҡ ҡабул иттеләр, мин дә уларҙы яраттым. Ике йыл эсендә мин – уларҙы, улар мине күп нимәгә өйрәтте. Мәктәпте ҡалдырып, бөтөнләй икенсе өлкәгә эшкә күсеүемдең сәбәбе – етәкселектең һәм ата-әсәләрҙең мөнәсәбәте. Директор баштан уҡ...

Эш тип кенә йәшәргә ярамай...Эш тип кенә йәшәргә ярамай...
Эш тип кенә йәшәргә ярамай...

Һөнәри яныу тураһында  

“Арыным, һәм үҙемдең арыуымдан арыным”.

(Э.М. РЕМАРК, Ҡара обелиск”).

Кеше үҙ һөнәрен нисек кенә яратмаһын, эшенә мөкиббән бирелмәһен, ваҡыты-ваҡыты менән арыу, башҡарған хеҙмәтенән толҡа тапмау, эшкә барғыһы килмәү кеүек халәт кисереүе ихтимал. Билдәле яҙыусы һәм драматург Бернард Шоу һүҙҙәре менән әйткәндә: “Кешеләр был донъяла бар нәмәнән дә арый, айырыуса иң оҡшаған ғәмәлдәрҙән тиҙерәк арыйҙар ҙа инде”. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо юҫыҡта үткәрелгән һорау алыуҙар рәсәйҙәрҙең 75 процентының һөнәри яныуға дусар булыуы тураһында һөйләй.

Һөнәри арыу йәки яныу – хәҙерге замандың көнүҙәк проблемаларының береһе. Ул тиҙ үҙгәреүсән, етеҙ тормош ритмы, туҡтауһыҙ мәғлүмәт ағымы менән эш итеү һәм йыш ҡына етәкселәрҙең ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләр көтөүе, талап итеүе менән бәйле, әммә кеше робот түгел, ул алһыҙ-ялһыҙ туҡтамайынса эшләй алмай. Бөтә эшен ваҡытында һәм хатаһыҙ башҡарып, һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе лә икеле. 

Һөнәри арыу күпселек осраҡта кешеләр менән эшләгән һәм уларҙың яҙмышы, һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы булған табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусыларға һәм башҡа белгестәргә хас, ләкин был башҡа һөнәр вәкилдәре арымай тигәнде аңлатмай, бындай хәл-тороштоң билдәләрен бухгалтерҙар, юристар, менеджерҙар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа төр белгестәр ҙә үҙҙәрендә йыш тоя.

Арыған хеҙмәткәрҙең эшкә ҡыҙыҡһыныуы юғала, ниндәйҙер вайымһыҙлыҡ барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә клиенттар, коллегалар йәнде үртәй, хатта асыу уята. Бәләкәй генә үтенес, еңел генә һорау менән мөрәжәғәт итеү ҙә ҙур эш һымаҡ ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә кешенең эшкә барғыһы килмәй, ял иткәндән һуң да үҙен арыған кеүек итеп тоя, белгес булараҡ үҙенә ҡарата ризаһыҙлығы арта, һәләттәрендә, белемендә һәм оҫталығында шикләнә башлай.

Һөнәри арыу – ул кешенең эштәге даими көсөргәнеш арҡаһында үҙен сиктән тыш арыған, энергияһыҙ, көс-хәлһеҙ итеп тойоуы, вазифаһына бәйле бурыстарҙы үтәргә теләге, мотивацияһы булмауы. Һөнәрҙән арыу бер нисә йыл дауамында яйлап формалаша. Уға шәхес үҙенсәлектәре, коллективтағы мөхит, стаж оҙайлығы, эш йөкләмәһенә бәйле төрлө шарттар йоғонто яһай. Был хәл-тороштоң сәбәптәрен аңлау уларҙы ваҡытында асыҡларға һәм иҫкәртергә мөмкинлек бирә.

 Сәбәптәре ниҙә?

Һөнәри арыуға килтергән факторҙарҙы шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлергә мөмкин.

  1. Шәхси факторҙар. Уларға стресҡа ҡаршы тора алмау, саманан тыш хәүефләнеү, үҙ баһаңдың тотороҡһоҙ булыуы инә. Шулай уҡ ныҡ эмпатияға, кешелекле булырға ынтылған, эшен беренсе урынға ҡуйған, эшмәкәрлеген идеаллаштырырға яратҡан белгестәр ҙә хәүеф төркөмөнә ҡарай.

Тормоштан миҫал. Үҙ эшен яҡшы белгән программалаусы ҡыҙ, бер ойошмала өнһөҙ-тынһыҙ өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ҡапыл ғына эшенән китте. Сәбәптәрен шәхси факторҙарға бәйләп аңлатты ла инде.

“Тәүге эш урыным булғас, коллективҡа ярайым, етәкселек һәм коллегаларым менән уртаҡ тел табайым тип, баштан уҡ берәүгә лә “юҡ” тип әйтмәнем, ниндәй һорау-йомош менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үтәргә тырыштым. Шулай уҡ артыҡ хәүефләнеү, башҡарған эште ҡат-ҡат тикшереү, проекттарҙы тағы ла яҡшыртырға маташып, эштә тотҡарланып ултырыуҙар ҙа йыш булды. Тора-бара етәкселек һәм ҡайһы бер коллегаларым бындай яуаплылығымдан файҙалана башланы, артыҡ эште минең елкәгә һалырға ла тартынманылар, ә эш хаҡы шул килеш ҡала килде. Хәҙер бер ни тиклем тәжрибә туплаған белгес булараҡ, үҙ баһамды беләм, вазифаға бәйле бурыстарҙы ла төшөндөм”.

  1. Ситуатив факторҙар. Был осраҡта һөнәрҙән арыу етәкселек менән һыйышмау, коллегалар араһындағы көсөргәнешле хәл, клиенттар һәм партнерҙар яғынан аңлашылмаусанлыҡ һәм агрессия арҡаһында үҫешә. Мәҫәлән, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән киҫкен мөнәсәбәттәр 47 процент осраҡта уҡытыусылар өсөн һайлаған һөнәреңдән арыуға, унан күңел ҡайтыуға сәбәпсе булып тора, ти статистика мәғлүмәттәре.

Тормоштан миҫал. Университет тамамлап, мәктәпкә урынлашып, ике йылдан һуң эшен ҡалдырған уҡытыусы һөйләгәндәрҙән: “Тәжрибәһеҙ уҡытыусы булыуыма ҡарамаҫтан, I класты бирҙеләр. Балаларға бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ – шунда уҡ ҡабул иттеләр, мин дә уларҙы яраттым. Ике йыл эсендә мин – уларҙы, улар мине күп нимәгә өйрәтте. Мәктәпте ҡалдырып, бөтөнләй икенсе өлкәгә эшкә күсеүемдең сәбәбе – етәкселектең һәм ата-әсәләрҙең мөнәсәбәте. Директор баштан уҡ “уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе  һәр ваҡыт хаҡлы” тигән позиция тотоуын билдәләп үтте, тора-бара бының, ысынлап та, шулай булыуын үҙ миҫалымда татыным. Берәй ата-әсә һорау менән йә иһә дәғүә белдереп мәктәпкә килһә, бар мәктәп уның алдында бейеп тора, директор ҙа, урынбаҫарҙары ла, хәлдең айышына төшөнөп, сәбәптәрен асыҡларға тырышмай, ә шунда уҡ “ғәйепле” уҡытыусыны табып, кеше алдында уның тетмәһен-тетергә лә тартынмай. Ә бит күпселек осраҡта килеп тыуған хәл-ваҡиғала баланың да ғәйебе бар. Ата-әсә менән берлектә ошо ваҡиғаның айышына төшөнгәндә, бәлки, улар ҙа балаларына тәрбиә юҫығында нимә биреп еткермәүен аңлар ине. Ә был – төрлө яҡтан үҫешкән, аҡыллы, тәрбиәле, ихтирамлы шәхес үҫтереүҙең нигеҙе. Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәнең уртаҡ һүҙле булыуы, уҡыу һәм тәрбиә йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итеүе – баланың физик, аҡыл һәм психик үҫешенең төп баҫҡыстарының береһе. Ә бындай публикаға уйнауҙар, ата-әсәгә ярарға тырышыуҙар, шунда уҡ ғәйеплене табып, тәнҡитләүҙәр уҡытыусының үҙ баһаһын да төшөрә, балалар, башҡа коллегалар алдында абруйын да ҡаҡшата. Ошо сәбәптәр мине мәктәптән китергә этәрҙе лә инде...”

  1. Эште ойоштороу буйынса факторҙар. Һөнәри яныу артыҡ көсөргәнеш (ике сменала эшләү, клиенттар һанының күп булыуы), социаль бәйләнештәрҙең артыуы (төрлө мессенджер һәм социаль селтәрҙәрҙә тиҫтәләгән төркөмдәрҙе алып барыу, килгән хәбәрҙәргә йылдам яуап биреү), эш тәртибе, хеҙмәт хаҡы һәм шарттарынан ҡәнәғәтһеҙлек һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Тормоштан миҫал. Ҡаланың бер осонда йәшәп, икенсе биҫтәлә эшләгән ханым эшенән китеүгә нимә сәбәпсе булыуын бәйән итте: “Эшкә барыу өсөн иртәнсәк юлға – ике сәғәт, кискеһен тағы ике сәғәт ваҡыт сарыф итә торғайным. Тәүлегемдең дүрт сәғәте шулай юл йөрөүгә китеп торҙо, был хәл тамам арыттырҙы. Иртәнге 8-гә эшкә барып етеү өсөн таңғы 6-ла транспорт туҡталышында булырға кәрәк. Эш хаҡы ла ҙур түгел. Бәлки, өй эргәһенән эш табып булыр, тип уйлана башланым. “Эҙләгән – тапҡан” тигәндәй, өйөмдән 7-8 минутлыҡ арауыҡта ғына урынлашҡан ойошмаға эшкә индем, хатта хеҙмәт хаҡы ла бер аҙ булһа ла күберәк булып сыҡты. Әлбиттә, элекке өйрәнгән эшемде, коллективымды ҡалдырыу еңел булманы, әммә уңайлылыҡты ла инҡар итеп булмай”.

 Кәңәштәр 

Һөнәри арыу проблемаһын хәл итеү өсөн хеҙмәткәрҙең үҙенең генә тырышлығы етмәүе лә ихтимал, был юҫыҡта етәкселектең дә эш алып барыуы мөһим. Коллективта йылы мөхит булдырыу, эшләгән кешене күрә һәм үҫтерә белеү, яҡшы һөҙөмтәләр өсөн билдәләү – барыһы ла етәкселектән тора. Ә был үҙ сиратында хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә ҡыҙыҡһыныуын һәм дәртен үҫтерә, стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттыра, һөнәргә һөйөү уята. Хеҙмәтенән арып киткән белгескә ярҙам түбәндә һанап кителгән форматтарҙа күрһәтелһә, был хәл-торошто еңеп сығырға, ныҡлы һөҙөмтәгә өлгәшергә була.

* Психолог ярҙамы. Эш урынында психолог бар икән, уға мөрәжәғәт итеп, хәлеңде аңлатырға мөмкин. Бындай мөмкинлек булмаһа, психологик ярҙам үҙәктәрендә эшләгән белгестәргә мөрәжәғәт итергә була. Хәҙерге заман технологиялары бындай ярҙамды дистанциялы рәүештә алырға ла мөмкинлек бирә. Психолог менән эшләү стресҡа сыҙамлылыҡты һәм үҙ-үҙеңде көйләй белеүҙе арттырыуға булышлыҡ итә.

* Хеҙмәтте ойоштороу үҙенсәлектәре. Алдараҡ әйтеп киткәнебеҙсә, белгестең һөнәри арыуын кәметеү һәм бөтөрөү өсөн ойошма етәкселеге яғынан да эш алып барылырға тейеш. Шулай уҡ клиенттар, партнерҙар менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған осраҡта, етәкселектең ситтә ҡалмауы, үҙ хеҙмәткәрен яҡларға әҙер булыуы, низағты хәл итергә тырышыуы ла мөһим.

* Йәшәү рәүешен үҙгәртеү. Эмоциональ һәм физик торошто яҡшыртыу буйынса бәғзе бер алымдарҙы кеше үҙаллы ла ҡуллана ала. Мәҫәлән, иғтибарҙы эшкә генә йүнәлтмәҫкә, ә күңелгә ял биргән ниндәйҙер хобби, яратҡан шөғөл табырға кәрәк. Спорт йәки ижад менән шөғөлләнеү, китап уҡыу, мауыҡтырғыс фильмдар ҡарау ҙа эштәге мәсьәләләрҙән  бер талай арынып, кешегә иркен тын алырға ярҙам итә. Тейешенсә йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу, эш һәм ялды камил ойоштороу ҙа мөһим.

Тормоштан миҫал. Өс тиҫтә йыл самаһы мәктәптә эшләгән бер ханым ошо темаға бәйле үҙ тарихын һөйләне: “Мәктәптең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтенән, туҡтауһыҙ ҡағыҙ тултырыуҙан шул тиклем арып, бөтөнләй икенсе өлкәгә эшкә урышлаштым. Өс йылдан һуң таныш уҡытыусы өйөбөҙ эргәһендәге мәктәпкә эшкә саҡырҙы. Тәүәккәлләргә булдым. Беренсе дәрескә инеп, балаларҙың миңә төбәлгән ҡыҙыҡһыныусан да, һынамсыл да, өмөт тулы ҡараштарын күреү менән, эшемде ни тиклем һағынғанымды аңланым. Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙ һөнәремде шул тиклем яратам икән. Ошо өс йыл эсендә балалар менән йәнле һөйләшеү, уларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарына яуап биреү, мәктәптең шау-шыуы етмәгәнлеген төшөндөм һәм яңы дәрт менән эшемә тотондом”.

Эйе, ваҡыты-ваҡыты менән арып китһәк тә, күпселек үҙен эшһеҙ, күңел һалған һөнәрһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һүҙҙәре менән әйткәндә, был донъяға беҙ ҡул ҡаушырып ултырырға килмәгәнбеҙ.

Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.

Унан башҡа тормош юҡ миңә.

Ҡул ҡаушырып түрҙә ултырырға

Килмәнем бит, донъя, мин һиңә.

Шулай уҡ “Эшләгән – тешләгән” тигән мәҡәлде лә онотмайыҡ. Мәле менән ҡыйын булып китһә лә, эш – беҙҙең килем сығанағы, шуға күрә “арыным, башҡа бында эшләй алмайым” тип, ҡыҙған баштан ғариза яҙып, китеү ҙә яңылыш аҙым булыуы ихтимал. Бары тик үҙеңә, һаулығыңа, күңел торошоңа иғтибарлы булыу, кәрәк мәлдә үҙеңә ял бирә белеү мөһим. 

“Кешенең иң ҡаты ауырыуҙарының береһе – ул эшкә һәм тормошҡа битарафлыҡ өйәнәге”, – тип әйткән совет палеонтологы, яҙыусы-фантаст Иван Ефремов. Шуға күрә тормошҡа, эшебеҙгә һәм үҙебеҙгә битараф булмайыҡ!

Мәҡәләнең авторыҒәлиә СӘЛИХОВА, психолог.

Фото: Гөлназ Салауатова ("Kөнгәк" гәзите). 

Автор:
Читайте нас