

Рәсәй Федерацияһы Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Зарница 2.0” Рәсәй хәрби-илһөйәрлек уйынының төбәк этабы тамамланды. Ул махсус, урта һәм өлкән йәш категориялары араһында уҙғарылды.
“Зарница 2.0” – юғары технологиялар ҡулланылған заманса уйын. Ул балаларҙа, йәштәрҙә гражданлыҡ көсөн, илһөйәрлекте, башланғыс хәрби әҙерлек кимәлен нығытыуға йүнәлтелгән. Уйын републикала 2024 йылдан алып уҙғарыла һәм хәҙер инде барлыҡ төбәктән 100 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Мәҫәлән, быйыл һайлап алыуҙа – 93 мең, муниципаль этаптарҙа – 15 743, зона өлөшөндә – 1 760, төбәк кимәлендә 264 йәш быуын вәкиле һынау тотто.
Командалар хәрбиләштерелгән эстафета, көс, стройға әҙерлек, тактик медицина, ут әҙерлеге, экстремаль шарттарҙы үтеү һәм башҡа күп дисциплиналар буйынса ярышты. Уҡыусылар шулай уҡ командир, һөжүмсе, элемтәсе, хәрби хәбәрсе, инженер-сапер, медицина хеҙмәткәре булараҡ шәхси һынауҙарҙа ҡатнашты. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәре буйынса ярыштарға айырым ҙур иғтибар бүленде.
– Был уйын – меңдәрсә йәш кешене берләштергән әҙерлек системаһы. Төбәк этабынан күренеүенсә, кимәл юғары. Йәштәребеҙ тактик медицинанан алып пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләүгә тиклем бөтә дисциплиналарҙы яҡшы белеүен иҫбатланы, – ти “Беренселәр хәрәкәте” берләшмәһенең Башҡортостандағы бүлексәһе советы рәйесе Илнур Юлдыбаев.
Уйындарҙың төбәк этабында 24 отряд өс йәш категорияһына бүленеп ҡатнашты: махсус (колледж студенттары), урта һәм өлкән йәштәгеләр (мәктәп уҡыусылары). Еңеүселәр быйыл июлдә Ырымбур ҡалаһында үтәсәк округ ярыштарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Улар: урта йәштәгеләр категорияһында – Мәләүез ҡалаһының В.И. Синицын исемендәге 1-се гимназияһынан “Мәләүез илһөйәрҙәре” отряды; өлкән йәштәгеләр категорияһында – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең “Башҡортостан Республикаһы Росгвардияһы” отряды; махсус категорияла – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы отряды.
Фотола: “Мәләүез илһөйәрҙәре” отряды.
Фото: Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллиндың сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan