

Быйыл апрелдә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә БР йәштәре өсөн Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асылды. Уның маҡсаты – Рәсәй вуздарында белем алған Башҡортостан студенттарына республика предприятиеларында һәм ойошмаларында производство практикаһын үтергә, йәш белгестәргә тыуған төйәгенә ҡайтып эш башларға булышлыҡ күрһәтеү.
Үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, йыл һайын Рәсәй вуздарына Башҡортостандан 3,5 меңдән ашыу йәш кеше уҡырға инә. Ә дөйөм алғанда, илдең төрлө төбәктәрендәге вуздарҙа республиканан 15 меңдән ашыу студент уҡый. Башҡортостан йәштәре йышыраҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан, Екатеринбург һәм Силәбе университеттарында уҡыуҙы һайлай.
Әлеге ваҡытта үҙәккә 106 студент ғариза биргән. Башҡортостан Башлығы быны яҡшы күрһәткес тип билдәләне.
– Студентты практикаға йәлеп итеү генә маҡсат түгел. Йәш кеше предприятиела практика үтеп, һөҙөмтә күрһәтһә һәм етәкселек уның кәрәкле булыуына ышаныс белдерһә, уынң эшкә килеү ихтималлығы арта. Яҡшы белеп торабыҙ: бөтәһе лә башҡа ҡалаларҙа ҡалмай, күпселеге кире әйләнеп ҡайта. Был – беҙҙең стратегик резерв, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Динар Кәлимуллин фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!