

Бөгөн, 26 майҙа, республика мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтте. Быйыл Башҡортостандың белем усаҡтарын 16 меңдән ашыу XI класс уҡыусыһы тамамлай. Өфө ҡалаһындағы Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын 32 ҡыҙ һәм егет тамамларға йыйына. Араларында уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада еңеүселәре лә күп.
Бөгөнгө “Һуңғы ҡыңғырау” сыңы гимназияның XI А класы уҡыусылары Айзилә Әбделмөкминова, Карина Гәрәева, Камила Ғәлина, Кәрим Хөснуллин һәм Вилдан Ғофранов өсөн дә яңғыраны. Улар – барыһы ла уҡыу алдынғылары, әүҙем, тырыш, һәләтле һәм ҡыйыу башҡорт йәштәре.
Кәрим иң тәүҙә башҡорт гимназияһына рәхмәтен белдерҙе. “Уҡырға килгәнсе башҡортса һөйләшмәй инем. Өләсәйемдең кәңәше буйынса мине ошо гимназияға бирҙеләр. 11 йыл эсендә матур итеп туған телемдә аралашырға өйрәндем”, – тине ул. Бөгөн Кәрим Хөснуллин – башҡорт КВН-ы хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларының береһе, БР Башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Шаян-лига” республика проектының алып барыусыһы. Башҡорт теле буйынса Федераль төньяҡ-көнсығыш олимпиадала ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булған.
Береһенән-береһе һылыуыраҡ ҡыҙҙар – Карина Гәрәева, Айзилә Әбделмөкминова һәм Камила Ғәлина – өсөһө лә уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре. Карина IX класта технология буйынса олимпиаданың төбәк этабында призлы урын яулаған, ә инде киләһе йылына, йәғни Х класта ошо фән буйынса ярыштың Бөтә Рәсәй этабына үтеп, еңеү яулап ҡайта. Ижади ҡарашлы ҡыҙҙың һәләттәрен уҡытыусыһы Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡова үҙ ваҡытында күреп ҡала һәм үҫтерә. Тегергә, бәйләргә яратҡан, ғөмүмән, ҡул эштәренә оҫта ҡыҙ киләсәк һөнәрен дә ошо өлкәнән һайларға – дизайнер булырға теләй.
Айзилә Әбделмөкминова өс йыл рәттән биология буйынса төбәк олимпиадаһында алдынғылыҡ бирмәй, призер ҙа, еңеүсе лә булғаны бар. Ошо йүнәлеште дауам итеп, медицина йәки биология өлкәләре буйынса һөнәр һайларға йыйына.
Камила Ғәлина башланғыс кластарҙан инглиз телен өйрәнеү менән мауыға. Ул да ошо фән буйынса олимпиаданың төбәк этабында еңеүсе булып танылған. Был еңеүе уға юғары уҡыу йорттарының сит ил теле факультетына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғын биргән, әммә ҡыҙ үҙен иҡтисад йүнәлешендә һынап ҡарарға теләй.
Вилдан Ғофрановтың ғаиләһе өсөн 20-се башҡорт гимназияһы ныҡ яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки уның бер туған ағайҙары ла ошонда белем алған. Уҡыу алдынғыһы булған Вилдан да ағайҙары кеүек һынатмаҫ, тормошта үҙ урынын табыр, тип ышанабыҙ. Форсаттан файҙаланып, “Уҡыуға ынтылыш тәрбиәләгән уҡытыусыларыма – Гөлдәр Шамил ҡыҙы Сабитоваға һәм Альбина Ғилметдин ҡыҙы Әғләметдиноваға ҙур әйткем килә”, – тине ул. Ә киләсәктә ул үҙен халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса хеҙмәткәр итеп күрә.
Был егеттәргә һәм ҡыҙҙарға башҡорт йәштәренә хас тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек хас, әммә кәрәк саҡта ҡыйыулыҡ күрһәтә белеүҙәре, үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтереүҙәре лә оҡшаны. Мәҫәлән, Карина ошо көндәрҙә водитель таныҡлығына эйә булған. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде шундай йәштәргә! Сығарылыш уҡыусыларының класс етәксеһе Илнар Дамир улы Ҡунаҡҡужин да: “Мин уларҙың тормошта юғалып ҡалмауына, халҡыбыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булыуына ышанам”, – тип, изге теләктәрен еткерҙе.
Егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан республикала ҡалыу-ҡалмауҙары тураһында ла һораштыҡ. Ҡыҙҙар Өфө вуздары менән бер рәттән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын да ҡарауы хаҡында әйтте. Ә бына егеттәрҙең яуабы бер булды:
– “Ҡайҙа тыуғанһың – шунда кәрәкле бул”, тиҙәр бит. Мин дә Өфөлә ҡалырға, ошонда уҡырға хәл иткәнмен. Үҙ мөхитем миңә ныҡ оҡшай, – тине Кәрим.
Уның һүҙҙәренә Вилдан да ҡушылып:
– Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инергә теләйем. Тыуған ҡаламды яратам һәм киләсәктә уның нисек үҙгәреүен үҙ күҙҙәрем менән күргем, уның үҫешенә үҙ өлөшөмдө индергем килә, – тине.
Бына шундай аҡыллы, һәләтле, матур алмаш үҫә. Аҡ юлдар теләйек уларға!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Автор фотоһы.