Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Быйыл Өфө районы Шамонин урта мәктәбенең  XI класын – 60, IX класты 130 бала тамамлай. Өҫтәүенә беренсе шайморатовсылар -  IX  "б" класы - тамамланы. Дауамы - сайтта:

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Бөгөн республикалағы 50 меңдән ашыу бала – IX һәм  XI сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Был матур сара күп ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн яңы йәшәү этабына әүерелде.

Өфө районының Шамонин урта мәктәбенең сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн дә был көн күңел сөңгөлдәрендә матур һәм иҫтәлекле ваҡиға булып һаҡланасаҡ. Мәктәп директоры Зилә Заһир ҡыҙы Нуриева балаларға ихлас теләктәрен юлланы һәм киләсәктә уларға белем тауҙарына артылғанда уңыштар юлдаш булыуын теләне.

 – Һеҙҙе бөгөнгө иҫтәлекле һәм матур байрам – Һуңғы ҡыңғырау көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым, - тине Зилә Заһир ҡыҙы. – Кемгәлер был Һуңғы ҡыңғырау көтөп алынған, ә кемгәлер ул моңһоу байрам. Ҡасандыр һеҙ беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үткән инегеҙ. Тәүге тапҡыр хәреф яҙырға, дуҫлашырға өйрәндегеҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа – өлкән, һәләтле кешеләр. Улар алдында – тотош ғүмер. Был бер үк ваҡытта  ҡыуаныс та, тулҡынландырғыс та, сөнки мәктәп – ул баһалар ғына түгел, үҙегеҙ булырға өйрәнгән урын да. Быйыл иһә мәктәптә XI класты – 60, IX класты 130 бала тамамлай.

Шуны билдәләргә кәрәк, бөгөн Өфө районының Шамонин урта мәктәбен беренсе шайморатовсылар - IX  "б" класы - тамамлай. Ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырышты, олимпиадаларҙа, ижади бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынап ҡараны, хәрби-спорт ярыштарында ҡатнашты. Был ҡаҙаныштарҙың барыһында ла класс етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрованың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул үҙенең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, самими тырышлығы, уңғанлығы һәм һәр эште аҙағына тиклем еткерергә ынтылыуы менән барлыҡ балаларҙың, ата-әсәләрҙең хөрмәтен яуланы.

- Бөгөн шайморатовсылар рухы, сығыштары менән мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡашына әүерелде. Әлеге байрамдың сағыу биҙәге булдығыҙ. Һәр ваҡытта һәр көнөгөҙ уңышлы үтһен, ата-әсәләрегеҙ эргәгеҙҙә булһын һәм һеҙгә ҙур үрҙәргә үрләргә яҙһын, - тине Шамонин урта мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Әлиә Ғәйнетдинова.

Хәҙер йәш шайморатовсылар кластары хәрби тарихыбыҙҙы өйрәнергә теләгән балаларҙы берләштерә, республикабыҙҙың, ҙур илебеҙҙең ысын илһөйәре булырға теләй.

Әйткәндәй, "Шайморатов" кластарын тәүге тапҡыр 2020 йылдың көҙөндә Өфөләге 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрҙә, шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһында булдырҙылар. Артабан ошо тәжрибә тотош республикаға таралды.

Өфө районының Шамонин урта мәктәбенән IХ “Б” класы – шайморатовсылар – 2022 йылдың 11 октябрендә баш ҡалабыҙҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу сараһында ҡатнашты. Ошо уҡ йылда улар класс етәкселәре Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова менән беренсе тапҡыр Шайморатовсылар уйындарында үҙ көсөн һынаны.

Былтыр декабрҙә Өфө районының Шамонин урта мәктәбенең 9 “б” класы уҡыусылары – Камилла Зәйнетдинова, Айгүзәл Миңлейәрова, Ынйы Шөғөрова, Алһыу Дәүләтшина, Малик Миңлейәров, Әмерхан Вилданов, Бәхтейәр Иштанов һәм Камил Йәнтурин баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр үткәрелгән “Йәш шайморатовсылар” балында ҡатнашты.

Бөгөн дә шайморатовсылар бергәләп вальс бейене. Оло тормошҡа, йәшәүгә булған ышаныс-һөйөү салынды был бейеүҙә. Аҡ юлдар, һеҙгә ҡыҙҙар һәм егеттәр! Барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, бары уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын!

Автор фотолары.

 

 

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас