

Быйыл 27 майҙа, Ҡорбан байрамы көнөндә, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә дини-мәғрифәт комплексы төҙөлә башланы. Ул Ватан өсөн ғүмерен биргән ҡаһармандар иҫтәлегенә бағышлана. Комплекста ҙур булмаған мәсет һәм сиркәү һалына.
Брендҡа әйләнә бара
“Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2019 йылдың 22 майында барлыҡҡа килде. Был ерҙә 2016 йылға тиклем 297-се зенит ракета бригадаһы урынлашҡан булған. Артабан файҙаланылмай ятҡан хәрби ҡаласыҡты Радий Фәрит улы эш сәфәре барышында ҡарап сығып, унда парк, ҡаршылыҡтар һыҙаты булдырыу мөмкинлектәрен, йәштәргә хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү өсөн шарттар тыуҙырыу юлдарын өйрәнергә тәҡдим иткәйне.
Һөҙөмтәлә был урын бер нисә йыл эсендә даими эшмәкәрлек алып барған ҙур майҙансыҡҡа әйләнде. Бөгөн ул уҡыу, спорт, хәрби-тактика һәм мемориаль объекттарҙы берләштерә. Парк биләмәһендә “Авангард” уҡыу-методика үҙәге, “Геройҙар уҙышы” трассаһы, һауа-десант комплексы, хәрби техника күргәҙмәһе, “Партизан ауылы” музей-күргәҙмә комплексы, “Геройҙар аллеяһы” уңышлы эшләй. Ғөмүмән, “Патриот” Башҡортостандың илһөйәрлек брендына әйләнә бара, Волга буйы федераль округында йәш быуынға хәрби тәрбиә биреү йәһәтенән төп үҙәктәрҙең береһе булып танылды.
Быға өҫтәп, хәҙер паркта дини-мәғрифәт комплексы ла буласаҡ. Был эш Башҡортостан Башлығы ҡуйған бурыстарға тулыһынса тап килә. “Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү эше хәрби әҙерлекте генә үҙ эсенә алырға тейеш түгел. Уларҙың күңеленә әҙәп, әхлаҡ, Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығына, рухи ҡиммәттәребеҙгә ҡарата ихтирам, хөрмәт тойғолары һалыу ҙа мөһим”, – тигән бурыс ҡуя Радий Хәбиров.
Дини-мәғрифәт комплексын төҙөй башлау уңайынан үткәрелгән сарала мосолман һәм православие диндәре вәкилдәре ҡатнашты. Был – республикабыҙҙа төрлө конфессияларҙың, милләттәрҙең татыу йәшәүе, берҙәмлеккә ынтылыуы, бер-береһенең рухи ҡиммәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәте сағылышы. Яңы комплекс башҡорт ерендә халыҡтар дуҫлығының йәнә бер сағыу билдәһе буласаҡ, үҙ-ара берҙәмлекте нығытыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
“Авангард” – уҡытыусыларға ҙур ярҙам
Башҡортостан Башлығының ҡарарына ярашлы, паркта 2022 йылда йәш быуынға хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында “Авангард” уҡыу-методика үҙәге асылды. Унда уҡыусылар, студенттар өсөн йыл әйләнәһенә биш көнлөк сборҙар, профилле сменалар, тактика медицинаһы, атыу, строй, инженер, һауа-десант әҙерлеге, пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләргә өйрәнеү буйынса күнекмәләр уҙғарыла. Йәштәр ҙә, уларҙың уҡытыусылары ла бындай мөмкинлектән ҡәнәғәт. Мәҫәлән, Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең “Йәш армиясылар” ойошмаһы етәксеһе Айрат Сәлихов әйтеүенсә, улар “Авангард”ҡа уҡыусыларҙы йыл һайын йөрөтә, барыһына ла ныҡ оҡшай.
– Был сбор, билдәле булыуынса, йәмғиәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресенә ярашлы уҙғарыла. Шуға ла 10-сы класс уҡыусыларын йыл да йөрөтөү мөмкинлеге бар, – ти Айрат Марат улы. – Ғөмүмән, “Авангард” беҙгә, уҡытыусыларға, ҙур ярҙам булды, эшебеҙҙе еңеләйтте, киңәйтте. Элек хәрби әҙерлекте үҙебеҙҙә үткәрҙек, әммә шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр юҡ ине. Ә республика кимәлендәге үҙәктә бөтә нәмә бар, балалар ысын хәрби мөхитте күрә, техникалар менән таныша, үҙ көсөн төрлө йәһәттән һынап ҡарай. Әйткәндәй, туҡланыу ҙа бик һәйбәт ойошторолған”.
Дөйөм алғанда, “Авангард” асылғандан алып, 2022 йылдың июненән 2026 йылдың апреленә тиклем иҫәпләгәндә, ундағы сборҙарҙа – 22 637 (араларынан 1597-һе – һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары), профилле сменаларҙа 20 755 уҡыусы ҡатнашҡан. Атыу буйынса ғәмәли дәрестәрҙе – 19 мең самаһы, “Геройҙар уҙышы” һыҙатын 24 меңдән ашыу кеше үткән, парашют менән 5082 спортсы һикергән.
Яңы еңеүҙәргә юл ярасаҡ
Парк биләмәһендә республика, округ кимәлендәге ҙур саралар даими уҙа. Мәҫәлән, “Еңеү”, “Зарница 2.0” хәрби-илһөйәрлек уйындары үтә, “Геройҙар иле” лагеры, Шайморатов кластары өсөн профилле сменалар, “Геройҙар биләмәһе” патриотик слеты, фестивалдәр һ.б. ойошторола.
Мәҫәлән, күптән түгел унда “Зарница 2.0” уйынының төбәк этабы уҙып, еңеүселәр асыҡланды. Сарала муниципаль, зона этаптарын үткән 264 йәш быуын вәкиле һынау тотто. Командалар хәрбиләштерелгән эстафета, көс, стройға әҙерлек, тактик медицина, ут әҙерлеге, экстремаль шарттарҙы үтеү һәм башҡа күп дисциплиналар буйынса ярышты. Уҡыусылар шулай уҡ командир, һөжүмсе, элемтәсе, хәрби хәбәрсе, инженер-сапер, медицина хеҙмәткәре булараҡ шәхси һынауҙарҙа ҡатнашты. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәре буйынса ярыштарға айырым ҙур иғтибар бүленде.
– Был уйын – меңдәрсә йәш кешене берләштергән әҙерлек системаһы, – ти сараны ойоштороусыларҙың береһе, “Беренселәр хәрәкәте” берләшмәһенең Башҡортостандағы бүлексәһе советы рәйесе Илнур Юлдыбаев. – “Авангард”та уҡыусыларға, студенттарға хәрби әҙерлек йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр булдырылыуы яңы еңеүҙәргә юл ярасаҡ.
------------------------------
Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркының Стәрлебаш районында рәсмиләштерелгән филиалы эшләй. Киләсәктә бындай бүлексәләрҙе республиканың башҡа төбәктәрендә лә асыу планлаштырыла. Мәҫәлән, Баймаҡ районында мәҙәни-белем биреү үҙәге төҙөләсәк.
-------------------------------
Илшат ҮТӘЕВ, Башҡортостандың Хәрби Дан музейы директоры:
– “Патриот” паркында Ватан өсөн ғүмерен биргән ҡаһармандар иҫтәлегенә бағышлап дини-мәғрифәт комплексы булдырыу – үҙ ваҡытында ҡабул ителгән үтә мөһим ҡарар. Беҙ, халҡыбыҙҙың батырлыҡ өлгөләрен ҡәҙерләп һаҡлаған Хәрби Дан музейы коллективы, башланғысты дәррәү хуплап ҡаршы алдыҡ. Мәсет менән сиркәүҙе берләштергән комплекс тәү сиратта, әлбиттә, республикабыҙҙы төйәк иткән төрлө милләт, дин вәкилдәренең берҙәмлеген сағылдыра. Икенсенән, был эш – халҡыбыҙҙың күп быуаттар дауамында иңгә иң терәшеп Ватанын һаҡлап килеүенә оло хөрмәт билдәһе.
Беҙҙең музейҙа төрлө милләткә һәм дингә ҡараған яугирҙәр хаҡында һөйләгән экспонаттар бихисап. Яңы комплекс ошо эште киңәйтеүгә, уртаҡ тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, байытыуға тағы ла ҙурыраҡ этәргес көс бирәсәк тигән ышаныстамын. Доғалар төрлө телдәрҙә, әммә бер үк һыҙланыу һәм ғорурлыҡ менән яңғыраясаҡ мөһим урын булдырыла. Был – ысын илһөйәрлек өлгөһө.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan