Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһында матур традиция йәшәп килә: хеҙмәткәрҙәрҙең балаларын Матбуғат йортона йыйып, фотоға төшөрәбеҙ. Был көндө беҙҙең бишенсе ҡаттың коридоры бәләкәстәрҙең шат тауышына күмелә... 

Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыныУлар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһында матур традиция йәшәп килә: хеҙмәткәрҙәрҙең балаларын Матбуғат йортона йыйып, фотоға төшөрәбеҙ. Был көндө беҙҙең бишенсе ҡаттың коридоры бәләкәстәрҙең шат тауышына күмелә. Бер ыңғайҙан редакция балалары бер-береһе менән таныша, рәхәтләнеп уйнай.

Быйылғы фотосессияға береһенән-береһе шуғыраҡ, етеҙерәк биш егет килде: журналист Таңсулпан Байтимерованың улдары Ихтияр менән Ҡаһарман һәм әлеге мәлдә өсөнсө бәпесе менән декрет ялында булған Рүзилә Ҡолөмбәтованың улдары Салауат, Самат һәм Хаммат.

Тәүҙә редакция бүлмәһендә егеттәр менән танышып, интервью алдыҡ. Улар үҙҙәре тураһында бик ихлас һөйләне. Рүзиләбеҙҙең ике өлкән улы – һигеҙ йәшлек Салауат менән ете йәшлек Самат етди генә итеп дзюдо менән шөғөлләнә икән. Өлкәне быйыл икенсе класты тамамлаған, ә уртансы улы Самат беренсе класҡа барырға йыйына. Буласаҡ уҡыусы йыл дауамында тиерлек мәктәпкә әҙерлек курсына йөрөгән, тик был шөғөл уға бик үк оҡшамаған. Ҡолөмбәтовтарҙың кинйә улы Хамматҡа тиҙҙән ике йәш тула. Терегөмөш кеүек тиктормаҫ малай редакцияны бер итеп, бүлмәнән бүлмәгә йүгереп, гөрләтеп йөрөп ҡайтып китте.

Йыр-моңға, әҙәби һүҙгә маһир Байтимеровтарҙың – ҡурайсы Айҙар менән шағирә, журналист Таңсулпандың улдары ла атай-әсәйенән ҡалышмай. Һигеҙ йәшлек Ихтияр Өфө ҡалаһындағы Урта махсус музыка колледжының беренсе класын тамамлаған. Һәләтле егет бер үк мәлдә Өфөләге 7-се Балалар музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә, унда икенсе класты теүәлләп ҡуйған. Ихтияр әле үк бик матур итеп фортепианола уйнай, ноталарҙы һәйбәт белә. Моңдо тойоу һәләте ныҡ көслө, ти уҡытыусылары ла.

Байтимеровтарҙың кесе  улы Ҡаһарманға – алты йәш.  Ул – “Белем” мәғариф үҙәгенең “Сулпылар” башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүсеһе. Быйыл Ҡаһарман да 7-се Балалар музыка мәктәбендә уҡый башлаясаҡ. Ошо көндәрҙә ҡабул итеү имтиханын уңышлы тапшырған.  

Һуңғы ике-өс йыл эсендә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре республикабыҙҙағы демография торошон яҡшыртыуға ярайһы уҡ тос өлөш индерҙе. Йәш журналистарҙың береһе Рүзилә Ҡолөмбәтованың өсөнсө бәпесе менән ялда булыуын яҙып үттек. Шулай уҡ тәржемәсебеҙ Гүзәлиә Зәйнуллина – ҡыҙ, секретарыбыҙ Рита Йәмилева малай бәпес алып ҡайтты. Зәйнуллиндарҙың өлкән улы Әмиргә – биш йәш, ә бәләкәй Алинаға һигеҙ генә ай әле. 166-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Әмир бейергә, йырларға ярата, шул йүнәлештәр буйынса түңәрәктәргә йөрөй, әле үк математика фәнен үҙ итә.

Үҙ хәбәрсебеҙ Эльнара Шәймәрҙәнова – бер бала әсәһе. Татыу ғаиләнең йәме булған көләкәс, шаян Мәҙинәгә әлеге ваҡытта ике йәш ярым. Шәймәрҙәновтар Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй. Кескәй Мәҙинә балалар баҡсаһына йөрөй.

Редакциябыҙ бәхетле өләсәй һәм олатайҙарға ла бай. “Балаңдың балаһы балдан татлы”, тиҙәр бит, беҙҙекеләр ҙә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора.

Яуаплы секретарыбыҙ Миңзифа Илтинбаеваның Тимур Ғатауллин атлы кескәй ейәне үҫә. Бер йәш тә ике айлыҡ бәпес ул. “Йүгереп йөрөй. Бесәй менән уйнарға ярата, тырнаһа ла, барыбер ҡурҡмай, ҡойроғонан эләктереп ала.  Тегеһе йыш ҡына диван артына ҡасып ҡотола. Бына тыш, ейәнем – әүҙем тикшеренеүсе. Һыуытҡысты, шкафты асһалар, килеп ҡарап, үҙенсә һөйләнеп тора”, – ти өләсәһе Тимур тураһында. Бәләкәс әле үк һөйләшергә маташа, китаптарҙағы һүрәттәрҙе күрһәтеп, “бе-бе”, “му-му”, “би-би” тип исемдәрен әйтә.

Алты йәшлек Эмилия Фәтихова – журналист Динә Арыҫланованың өс ейән-ейәнсәренең иң бәләкәйе. Ул Өфө ҡалаһындағы 51-се балалар баҡсаһына йөрөй. “Ейәнсәремдең иң яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөү. Фатирҙағы бөтә бүлмә уның һүрәттәре менән тулған. Бынан тыш, Эмилия бейергә, шиғыр һөйләргә ярата”, – ти бәхетле өләсәй.

Гәзитебеҙҙең художество биҙәүсеһе Нәсих ағай Хәлисов та – ейән-ейәнсәрҙәргә бай олатай. Байрам айҡанлы әҙерләгән мәҡәләгә биш йәшлек ейәнсәре Амелия Мельникованы тәҡдим итте. Һәләттәре күп уның: йырлай, бейей, оҫта итеп шиғыр һөйләй. Биш йәштә булып, әлегә балалар баҡсаһына йөрөүгә ҡарамаҫтан, Амелия уҡый ҙа белә. “Беҙҙе, өләсәһе менән олатаһын, һағынып килеп етә. Беҙ ҙә бөтә ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе ашҡынып көтөп алабыҙ. Балаңдың балаларын һөйөү – үҙе ҙур бәхет ул”, – ти Нәсих Хөбөтдин улы.

Верстка инженеры Ирек Ғәлиевтең бер ейәнсәре һәм бер ейәне үҫә. Һигеҙ йәшлек Айлина Исмәғилева – бик һөнәрле ҡыҙыҡай: бейей, йырлай, фортепианола уйнай, шулай уҡ һүрәт төшөрөргә ярата. Дүрт йәшлек Морат әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. “Шуҡ, тиктормаҫ, етеҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙемә оҡшаған”, – ти ҡартатаһы.

Компьютерҙа йыйыу операторы Сажиҙә Ғилметдинова ла ике тапҡыр өләсәй булыу бәхетен татыған. Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ул бәләкәй ейәнсәре Элина тураһында ихлас һөйләне. Ҡыҙыҡайға әле һигеҙ йәш. Ул Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәй һәм шундағы урта мәктәптә белем ала. Элина ла бейергә ярата, ошоғаса Дмитриевка ауыл мәҙәниәт йортондағы “Искорки” бейеү ансамбленә йөрөгән. Шулай уҡ ҡыҙҙың тағы бер яратҡан шөғөлө бар: ул инглиз теле менән ҡыҙыҡһына.

Тағы ла бер компьютерҙа йыйыу операторыбыҙ Миңһылыу Сәлимгәрәева былтырғы йылда өләсәй булыу шатлығын кисерҙе. Уның ейәне Даян Әхмәтовҡа – туғыҙ ай. “Көндән-көн һөнәр арттырырға тырыша. Баҫып тора, атларға маташа. Туп ырғытып уйнарға ярата. Ҡайҙа тубың тиһәң, ҡайҙа ятһа ла, барып таба”, – тип ейәненең ҡыҙыҡтарын бәйән итте Миңһылыу апай.

Верстка инженеры Рисәлә Йомағолованың өс йәшлек ейәнсәре үҫә. Асель Ҡотлоғәлләмова Өфө ҡалаһындағы 99-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Бик етди ҡыҙыҡай ул. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әсәһенә лә, өләсәһенә лә ярҙам итергә тырышып тора, бергәләп тәмлекәстәр бешерергә яраталар.

Өлкән корректорыбыҙ Зөлфиә Сәғитова бер ай элек өләсәй булыу шатлығын уртаҡлашты: уларҙың тормошона йәм, яңы мәғәнә өҫтәп, ейәнсәрҙәре Асель тыуҙы. Баш мөхәрриребеҙ Вәдүт Исхаҡов, верстка инженеры Азат Заһитов, һәм корректорыбыҙ Әҡлимә Ғиззәтуллина ла бәхетле олатай һәм өләсәйҙәр рәтендә.

Бына шундай шәп, аҡыллы, сос бәләкәстәр үҫә редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләрендә. Балаларыбыҙ һәр көн яҡлаулы, һаҡлаулы булып, атай-әсәй ышығында, олатай-өләсәй һөйөүендә генә ҙурайһын!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Нәсих Хәлисов һәм ғаилә альбомынан алынған фотолар. 

 

Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Улар – “Башҡортостан”дың бәләкәй быуыны
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас