Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде

Евразия ғилми-белем биреү үҙгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университетының ике инженер факультеты студенттары киләһе уҡыу йылынан яңыса уҡый башлаясаҡ.

Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләндеӨфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде
Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде

Беренсе курс студенттары өсөн 2026 йылдың 1 сентябренән яңы ядро программаһы эшләй башлай. 16 белем биреү программаһы буйынса уҡыған 750 кеше тәүгеләр буласаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университетында инженерлыҡ белеменең яңы моделен бер йыл элек эшләй башланылар. Юғары уҡыу йорто үҙ алдына юғары класлы инженерҙар ғына түгел, ә яңы инженерҙар әҙерләү өсөн шарттар булдырыу бурысын ҡуя. Йәғни инновациялар уйлап таба һәм аныҡ технологик саҡырыуҙарға яуап бирә алған белгестәрҙе.

Өфө дәүләт нефть техник университеты яңы белем биреү моделен тикшереүгә эксперттарҙы һәм индустрия вәкилдәрен йәлеп итә. Һөҙөмтәлә идеаль инженер-сығарылыш уҡыусыһы образы формалаша. Индустрия күҙаллауынса, ул — төрлө яҡлап үҫешкән, фундаменталь техник әҙерлеккә һәм билдәле шәхес сифаттарына: яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ, йыйнаҡлыҡ, тәнҡитле фекерләү, мәғлүмәттәрҙе интерпретациялау һәм үҙаллы өйрәнеү һәләтенә эйә кеше.

Тармаҡ вәкилдәре фекеренсә, был сифаттар техник дисциплиналар аша ғына түгел, ә, мәҫәлән, сәнғәт, музыка, рәсем сәнғәте аша ла формалаша. Шуға күрә гуманитар компонент белем биреү программаһының мотлаҡ өлөшө булырға тейеш. Һәр блокты йәки модулде үҙләштереү йомғаҡтары буйынса студентҡа микроквалификация бирелә. Мәҫәлән, «Һанлы инженер: старт кимәле» микроквалификацияһы һанлы мөхиттә программалау һәм проектлау буйынса компетенцияларҙы үҙләштереүҙе раҫлауҙы аңлата. Был шәхси портфолиоға ҙур өҫтәмә буласаҡ.

Тәүге ике курсты тамамлағас, яңы модель буйынса уҡыған студенттар дүрт комплекслы имтихан тапшырасаҡ. Бөтә программаны үҙләштереү йомғаҡтары буйынса улар юғары белем тураһындағы төп дипломға өҫтәп, йылдам технологиялар белгесе дипломын аласаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университетында инженерлыҡ белеменең яңы моделен әҙерләү «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Өҫтөнлөк 2030» программаһы сиктәрендә алып барыла.

БЕЛЕШМӘ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/28973/

Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде
Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде
Өфөнөң Вуз-ара кампус резидентында инженерлыҡ белеменең яңы моделе әҙерләнде
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас