

6-7 июндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Технопаркында II «Хыялдар вакыты» уйын индустриялары фестивале үтә. Уны БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында «Уйын индустрияһын үҫтереү агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үткәрә. Уның директоры Дамир Күсемов һөйләүенсә, быйыл Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына һәм педагогтарына ставка яһалыуы осраҡлы түгел, сөнки уйын – белем биреү эшмәкәрлегенең мөһим ысулдарының береһе.
- Фестивалгә өҫтәл, ролле һәм компьютер уйындары, шулай уҡ белем биреү проекттары эшләүсе кешеләр йыйыласаҡ. Уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, студенттар, уҡыусылар, ижади кешеләр һәм уйын яратыусылар ҡатнашасаҡ. Фестиваль майҙансыҡтарында төрлө уйындар уйнарға, күргәҙмә менән танышырға, уйын төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, фекер алышыуҙарҙа һәм дискуссияларҙа ҡатнашырға, инвесторҙарға үҙ уйындарыңды тәҡдим итергә мөмкин. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ «Мәғариф эшмәкәрлегендә уйындар» һәм «Белем биреүҙә уйындар: инструменттар һәм геймификация» тигән оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, - тип һөйләне Дамир Күсемов.
Уның һүҙҙәренсә, фестивалдә республиканан 21 уйын авторы ҡатнаша. Сарала һәр төбәк халҡы ҡатнаша ала, әммә төп ҡатнашыусылар Өфөнән һәм яҡын-тирәләге ҡалаларҙан һәм райондарҙан буласаҡ. Ике көн эсендә фестивалдә 300-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы планлаштырыла.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/69ee4e0e068ff074c712814e/
Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ.