

Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан етәкселеге республикабыҙҙағы урта һөнәри уҡыу йорттарын – колледж һәм училищеларҙы яңыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы эшләй, уларҙың күбеһе яңыртыу, капиталь ремонт талап итә. Йыл башында төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында 2026 йылда һигеҙ колледжды ремонтлау тураһында әйтте. Ә дөйөм алғанда, һөнәри уҡыу йорттарын яңыртыуға йүнәлтелгән программа бойомға ашырыла башлағандан алып барлығы 29 учреждение өр-яңы төҫ алған, уларҙа 30 меңдән ашыу студент белем ала.
Колледждар өр-яңы төҫ ала
Төбәк властары йыл һайын республика бюджетынан колледждарҙы яңыртыуға аҡса йүнәлтеү ҡағиҙәһен булдырҙы. 2026 йылда ремонт өс йүнәлеш буйынса үтәсәк: һигеҙ колледжды “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” проекты буйынса ремонтлайҙар; алты бинаны белем биреү системаһын яңыртыу буйынса президент программаһынан үҫешкән яңы капиталь ремонт программаһы буйынса яңыртасаҡтар; тағы ике колледж аграр уҡыу йорттарының инфраструктураһын яңыртыуға “Агропрофи” гранты буйынса Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы субсидияһын ала.
Һуңғы бер нисә йылда республикала 29 колледж яңыртылған, тип билдәләнек, шуларҙың 15-ендәге эштәр 2025 йылда башҡарылған. Биш учреждениелағы капиталь ремонт “Профессионалитет” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелгән. Ғөмүмән, Башҡортостан “Профессионалитет” федераль проектына әүҙем рәүештә ҡушылды, уға ярашлы 2026 йылда 27 үҙәк эшләйәсәк, уларҙы төҙөүгә 2,42 миллиард һумлыҡ ҙур федераль субсидия йәлеп ителде. Үҙәктәр һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урында килә. Әлеге проект белгестәрҙе, эш биреүселәрҙең реаль ихтыяждарын иҫәпкә алып, маҡсатлы рәүештә әҙерләргә булышлыҡ итә. Был осраҡта компаниялар һәм предприятиелар ниндәй йүнәлештә күпме студент ҡабул итеү, белем биреү процесын ойоштороу, практика үтеү кеүек мөһим эштәрҙә туранан-тура ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектең нисек ойошторолоуы хаҡында Урта һәм һөнәри белем биреү институты директоры Илмира Товышева һөйләне.
– Ил, шул иҫәптән беҙҙең республика етәкселеге урта һөнәри белем биреүгә ғәйәт ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, биналарға яһалған капиталь ремонт, заманса йыһаздар һатып алыу иҫәбенә матди базаны нығытыу, уҡытыуҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу – барыһы ла ошоға ныҡлы дәлил. Беҙ Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе, Өфө агрегат етештереү предприятиеһы, Өфө приборҙар төҙөү берекмәһе, “Гидравлика” йәмғиәте һәм башҡалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек булдырабыҙ. Улар менән килешеүҙәр төҙөнөк, шуға ярашлы, ошо предприятиеларға кәрәкле белгестәр әҙерләйбеҙ.
2024 йылда “Профессионалитет” программаһында ҡатнашып, еңеү яуланыҡ һәм үрҙә һанап үтелгән предприятиелар беҙгә ремонт эштәре өсөн ҙур ғына күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ә инде әлеге проектта еңеү һөҙөмтәһендә алған 100 миллион һумға төрлө кәрәкле йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алдыҡ. Бөгөн беҙҙең оҫтахана ысын заводтан ҡайтыш түгел. Студенттар улар ярҙамында ғәмәли оҫталыҡҡа эйә була, киләсәктә башҡарасаҡ эшенең нескәлектәренә төшөнә, – тип һөйләне Илмира Заһит ҡыҙы.
Чемпионаттар һәләтле йәштәрҙе асыҡлай
Республиканың урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған студенттар йылдың-йылы “Профессионалдар” һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк һәм ил күләмендәге этаптарында уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, быйыл ошо сараның төбәк этабы барышында төп категорияла – 153, үҫмерҙәр араһында 42 компетенция буйынса ярыштар уҙҙы. Уларҙа йәмғеһе 30 меңдән ашыу йәш кеше ҡатнашты (28 327-һе – төп категорияла, 1704-е – юниорҙар араһында). Чемпионаттың төбәк этабына бер меңдән ашыу конкурсант үтте.
Йылдағыса сарала партнер-предприятиелар ҙа әүҙем ҡатнашты, быйыл уларҙың һаны 342 булды. Чемпионат барышында улар еңеүселәргә һәм алдынғы урын яулаған йәштәргә йөҙгә яҡын эш урыны, тағы меңгә яҡын кешегә стажировка үтеү мөмкинлеге тәҡдим итте.
Шулай уҡ беҙҙә 2015 йылдан инвалидтар һәм сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында “Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк этабы үткәрелә. Башҡортостанда был хәрәкәттең төбәк үҫеш үҙәге итеп Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы тәғәйенләнгән. Был чемпионатта Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында эшләп килгән урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары, коррекция мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша. Шулай уҡ уларға белем һәм һөнәри оҫталыҡ биргән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар менән шәхсән эшләгән остаздарға ла айырым иғтибар күрһәтелә.
Быйыл беҙҙә чемпионаттың төбәк этабы 6 апрелдән 29 апрелгә тиклем республиканың 35 майҙансығында үткәрелде. Ярыштарҙа төбәктең 176 уҡыу йортонан, шул иҫәптән 96 урта һөнәри, биш юғары уҡыу йортонан һәм 75 мәктәптән 1509 конкурсант ҡатнашҡан. Чемпионат йомғаҡтары буйынса 123 компетенция буйынса 662 кеше еңеүсе булған. Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар, миҙалдар, бүләк сертификаттары тапшырылған.
Ярыштарҙың программаһы инвалидтар һәм сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең өс категорияһы, атап әйткәндә, 14 йәштән өлкән уҡыусылар, студенттар һәм эшләүсе граждандар өсөн тәғәйенләп төҙөлә. Иң популяр компетенциялар: “Слесарь эше”, “Клининг”, “Туризм буйынса агент”, “Ырғаҡ менән бәйләү”, “Энә менән бәйләү”, “Башҡарыу оҫталығы (вокал)”, “Башҡарыу оҫталығы (театр сәнғәте)”, “Пицца әҙерләү оҫтаһы”, “Текст эшкәртеү оҫтаһы”, “Һанлы мәғлүмәт эшкәртеү оҫтаһы”. Шулай уҡ быйыл чемпионатта ҡоймаҡ бешереү, сыр әҙерләү, балта эше, ҡаш эшләү оҫталары, бариста йүнәлештәре барлыҡҡа килгән.
– Төбәк чемпионаты йәнә “Абилимпикс” хәрәкәтенең ни тиклем көслө һәм кәрәкле булыуын күрһәтте. Һәр ҡатнашыусы өсөн был етди алға ынтылыш – конкурентлы мөхиттә үҙ оҫталығын һынап ҡарау, эксперттарҙың объектив баһаһын алыу һәм артабанғы үҫеш перспективаларын күреү мөмкинлеге. Еңеүселәр Милли чемпионатта үҙ төбәге данын яҡлаясаҡ, әммә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим: ошо майҙанға сығыу – үҙе үк ҙур аҙым һәм еңеү. Күптәр өсөн был уңышлы карьераның башы булыр, тип ышанабыҙ – тине “Абилимпикс” милли үҙәгенең Инклюзив белем биреү буйынса федераль методик үҙәге етәксеһе Динә Макеева.
Мәҫәлән, Батыр Шәрипов “Ым-ишара сәнғәте” йүнәлешендә призер булған. “Был компетенцияла еңеү яулау – минең өсөн ҙур ҡаҙаныш, сөнки артабан үҫешергә һәм ошо өлкәлә профессионал булырға ниәтләйем. Остаздарыма һәм уҡытыусыларыма миңә ышаныуҙары һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн ҙур рәхмәт. Бөтә ҡатнашыусыларға шуны әйтергә теләйем: бер ҡасан да үҙегеҙҙә шикләнмәгеҙ, юл ауыр булып күренһә лә, маҡсатығыҙға барығыҙ”, – тине Батыр. Ғөмүмән, “Абилимпикс” хәрәкәте һәр йәш кешегә үҙ юлын табырға, профессионалдар берләшмәһенең бер өлөшө булырға һәм үҙенең киләсәгенә ышанырға мөмкинлек бирә.
Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж арта
РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков 2030 йылға Рәсәй иҡтисадына кәмендә 2,4 миллион өҫтәмә хеҙмәткәр кәрәк буласаҡ, ә хеҙмәт эшмәкәрлегенә йәлеп ителергә тейешле халыҡтың дөйөм һаны 10,9 миллионға етәсәк, тип белдерә. Квалификациялы эшселәрҙең етешмәүе бөгөн үк киҫкен һиҙелә: бер урынға вакансиялар һаны 2,5 тапҡырға артты.
2025 йылдан Рәсәйҙә белгестәр дефицитын бөтөрөүгә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә һәм хеҙмәт баҙарында ихтыяжлы хеҙмәткәрҙәр әҙерләүгә йүнәлтелгән “Кадрҙар” милли проекты тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә бушлай уҡытыу һәм квалификация күтәреү мөмкинлектәре ҡаралған. Мәҫәлән, граждандар “Рәсәй эше” порталы аша 360 иң кәрәкле һөнәр буйынса уҡый ала.
Төбәк властары федераль программаларҙы үҙ башланғыстары менән тулыландыра. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2025 йылда оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға 166,3 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 13 предприятиенан 2917 хеҙмәткәрҙе уҡытыуға килешеү төҙөлгән, 1150-нән ашыу кеше уҡыуын тамамлаған да инде. Быйыл республиканың финанс ярҙамы менән эш биреүселәр юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусы 130-ҙан ашыу кешене стажировкаға йәлеп итә аласаҡ. Был маҡсатҡа 10,9 миллион һум аҡса бүленгән. Ғөмүмән, ил кимәлендә лә, республикабыҙҙа ла хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды хәл итеү, йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү йәһәтенән маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыла һәм ул үҙ һөҙөмтәһен бирер, тигән ышаныс бар.
Фотолар: “Башҡортостан” гәзите архивынан һәм abilympicsbash.ru