

ЙОМА ҠУНАҒЫ
“Яратҡан эш – ярты бәхет”, ти халҡыбыҙ. Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Йәғфәрова ла тап шулай ти. Туймазы районының Нескәбүләк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан бары тик уҡытыусы булыу хаҡында хыяллана һәм бөгөн үҙен ошо изге маҡсатына өлгәшеүе менән бәхетле тип һанай. Земфира Йәғфәрова 2007 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” булып танылған. Уның намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, “Өлкән уҡытыусы” исеме һәм БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләгән абруйлы педагог менән әңгәмәбеҙ ҙә уның эше, яуаплы ла, изге лә һөнәргә нисек килеүе хаҡында һөйләшеүҙән башланды.
– Земфира Кәнзил ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен һайлағанға үкенгән саҡтарығыҙ булдымы?
– Юҡ, бер ҡасан да үкенмәнем, башҡа һөнәр тураһында уйламаным да. Бәләкәй саҡтан уҡытыусы булып уйнап үҫтем. Ҡурсаҡтарымды теҙеп ултыртып, алдарына китап таратып сығам да дәрес үткәрә торғайным. Ошо шөғөл, йәғни уйын шул тиклем оҡшай ине. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашыра алыуым менән бәхетлемен. Күңелем булғансы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡайным. Ике йыл ял иткәс, гимназиялағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сирләп китте һәм мине тағы саҡыртып алдылар. Бына тағы дүрт йыл үтеп тә китте. Үкенескә ҡаршы, йәш белгестәр мәктәпкә килергә әллә ни атлығып тормай, шуға күрә етәкселектең, балаларҙың, ата-әсәләрҙең ышанысын аҡлайым тип, тырышып эшләп йөрөйөм әле. Рус теленән ТДИ һәм БДИ мотлаҡ булғас, яуаплылыҡ тойғоһо ла көслө. Йәшем ырап китеп барыуға ҡарамаҫтан, ҙур теләк, дәрт менән эшләйем. Хеҙмәтемде, балаларҙы ныҡ яратам.
– Уҡытыусы һөнәренә бындай ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килде?
– Моғайын, был һөйөү, ынтылыш миндә эске аң кимәлендә яралғандыр, тип уйлайым. Шәжәрәбеҙ буйынса ҡараһаҡ, нәҫелебеҙҙә уҡытыусылар, мөғәллимдәр күп булған. Уларҙың дөйөм эш стажы 700 йылдан ашыу.
Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек. Атай-әсәйем барыбыҙҙы ла уҡытырға тырышты, үҙаллы тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларлыҡ итеп матур тәрбиә бирҙе. Ете бала араһынан мин генә уҡытыусы һөнәрен һайланым һәм бының өсөн туғыҙ йыл белем серҙәрен үҙләштерҙем. Тәүҙә дүрт йыл Бәләбәй педагогия училищеһында уҡып, үҙем белем алған Туймазы районының Соҡаҙыбаш ауылы мәктәбенә эшкә ҡайттым. Бер йыл эшләгәс, юғары белем алырға теләп, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Ике фәндән имтихан тапшырған саҡта: “Һеҙ Бәләбәйҙә уҡынығыҙмы әллә?” – тип һоранылар. Ул саҡта был педагогия училищеһы шул тиклем көслө уҡыу йортонан һанала ине. Ундағы уҡытыусыларым ныҡ төплө белем бирҙе, уларға ғүмерем буйы рәхмәт кенә уҡыйым. 19 йәшемдә эшләй башлағайным, бына илленсе уҡыу йылымды теүәлләйем инде.
– Ә ни өсөн рус теле һәм әҙәбиәтен һайланығыҙ?
– Педагогия училищеһында беҙгә бөтә фәндәрҙе лә уҡыта алырлыҡ белем бирҙеләр. Төркөмөбөҙ етәксеһе Динислам Ғәйнислам улы педагогика фәнен алып барҙы, ә уның тормош юлдашы Ләлә Барый ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Йәндәре йәннәттә булһын, уларҙы шул тиклем тәрән ихтирам менән иҫкә алам. Ләлә Барый ҡыҙының дәрестәре әле лә хәтеремдә. Үҙе уҡытҡан фәнде шул тиклем яратты һәм беҙҙе лә яраттырҙы, шуға күрә БДПИ-ға уҡырға ингәндә, һис икеләнмәйенсә, рус филологияһы факультетын һайланым.
– Рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы барыһы өсөн дә мотлаҡ булғанға күрә, был предметты уҡытыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә, талаптар ҡуйыла. Уҡыусыларығыҙ һынауҙарҙы нисек тапшыра?
– Аллаға шөкөр, йылдың-йылы матур һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Миңә башлыса өлкән кластарҙы ышанып тапшыралар. Ышанысты аҡларға тырышам.
Уҡытыуҙа үҙем таянған, йылдар дауамында һыналған алымдарым бар. Мәҫәлән, асыҡ дәрес йәки берәй күрһәтмә сара алдынан уҡыусыларҙы алдан әҙерләмәйем, әҙер яуаптар ятлатмайым. Ундай дәрес ҡыҙыҡ булмай, тигән ҡараштамын. Бала нисек аңлай, шулай яуап бирергә, уҡытыусы менән бергә теманы асырға тейеш. Мәҫәлән, Виктор Астафьевтың “Записка” хикәйәһе, Талха Ғиниәтуллиндың “Албаҫты” әҫәре, Николай Лесковтың “Леди Макбет Мценского уезда”, Юрий Трифоновтың “Обмен” повестары буйынса үткәргән асыҡ дәрестәремде әле лә иҫкә алалар.
– Рус теле уҡытыусыһы булһағыҙ ҙа, һеҙ башҡорт әҙәбиәтен дә ныҡ яратаһығыҙ, тиҙәр. Был һөйөү ҡайҙан килә?
– Атайыбыҙ ҡайҙа барһа ла, гел китап һатып алып ҡайта торғайны. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙыҡ, өйөбөҙгә 15 – 20 самаһы баҫма килә ине, шуға күрә башҡортса ла, татарса ла уҡып үҫтек. Ә башҡорт теленә һөйөү уятыусы кеше коллегам Ғәлимә Ғәлиева булды. Беҙ уның менән оҙаҡ йылдар бер гимназияла иңгә-иң терәп эшләнек. Ғәлимә Мансур ҡыҙы менән бергәләп китап уҡыусылар конференциялары үткәрҙек. Иң тәүҙә берәй яҙыусының әҫәрен барыбыҙ ҙа – уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ентекле уҡып сыға, унан инде фекер алышыу ойошторабыҙ. Шундай матур, йәнле үтә ине был саралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге быуын балалары әҙәби әҫәр уҡыуҙан ситләште.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Рәми Ғариповтың исеме яңынан ҡалҡып сыҡты. Шул мәлдә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында уның бер шәлкем шиғырҙары донъя күрҙе. Уҡып сыҡтым да, коллегама әйтәм: “Ғәлимә Мансуровна, был – икенсе Есенин бит!” Шунан ике шағирҙың ижадын сағыштырып өйрәнә башланым. Иҫем китте: икеһенең дә яратҡан ағасы – ҡайын, яратҡан төҫө – зәңгәр һәм башҡалар... Ошоларға таянып, “Ауаздаш муза” тигән композиция эшләнем. Мәктәптә бик матур кисә үткәрҙек, унда ике бөйөк шағирҙың да шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Ул заманда ниндәйҙер рухи күтәрелеш кисереп эшләнек. Мәктәп беҙҙең өсөн барыһы ла ине. Хәҙер инде, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, эш алымдары ла икенсерәк, белем биреүгә хәҙерге замана технологиялары ныҡлы үтеп инә. Ул шулай булырға тейештер ҙә.
– Шулай ҙа, уҡытыусы булараҡ, бөгөнгө заман балаларының тел белеү кимәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Оҙаҡ йылдар эшләү дәүеремдә шуға инандым: күп нәмә башланғыс класс уҡытыусыһына бәйле. Әгәр ул балаларҙы үҙ фекерен әйтергә, анализларға өйрәтһә, артабан шул нигеҙ һаҡлана. Шуға күрә белем, анализлдау кимәле класына ҡарап та айырыла. Был нигеҙ булмаһа, бик ауырға тура килә. Фекерен әйтә белгән балалар менән эшләү шул тиклем рәхәт.
– Әңгәмә башында тыуған төйәгегеҙгә ҡайтып эш башлауығыҙ тураһында әйтеп үткәйнегеҙ. Ә Илеш яҡтарына нисек килеп юлыҡтығыҙ?
– Эйе, бер йыл үҙем уҡыған Соҡаҙыбашта, унан инде өс йыл Балтай мәктәбендә уҡыттым. Йөрөп эшләргә тура килде. Юл урман аша үтә ине, айырыуса ҡышҡы миҙгел мәшәҡәт тә, хәүефле лә. Ә Илештә апайым – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәзифә Фәүәрис ҡыҙы Юнысова йәшәне. Еҙнәй менән икәүләп үҙҙәре янына саҡырғас, күсеп килергә ҡарар иттем. Буласаҡ тормош иптәшем менән алты йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек, ул да Туймазынан бында килеп төпләнде. Бына шул мәлдән – 1983 йылдан Үрге Йәркәй мәктәбендә, хәҙер инде гимназияһында, балаларға белем бирәм.
– Ғаиләгеҙ менән дә яҡындан таныштырығыҙ...
– Тормош иптәшем алты йыл элек мәрхүм булып ҡалды. Уның менән Салауат һәм Илнур исемле ике ул үҫтерҙек. Аллаға шөкөр, улдарым матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр. Ҡыуанысым, йыуанысым булып ике ейәнем, өс ейәнсәрем үҫә. Ҙурҙары эшләп тә, студент булып уҡып та йөрөй. Быйыл V класты тамамлаған Айнур ейәнем менән II класты бөтөргән Аида ейәнсәрем көн һайын тигәндәй килә, шуларҙың шатлыҡлы мәшәҡәттәре менән үҙем дә йәшәргәндәй булам.
– Хөрмәтле Земфира Кәнзил ҡыҙы! Һеҙҙе матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Тағы оҙаҡ йылдар үҙегеҙ белем биргән уҡыусыларығыҙҙың ихтирам-хөрмәтен татып, тормоштан йәм табып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында йәшәргә яҙһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.
Илеш районы.
Автор фотоһы.