Өфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә

Өфөнөң 96-сы лицейында инженер һәм кадет кластары уҡыусылары өсөн өҫтәмә белем биреү түңәрәге уңышлы эшләп килә. Бында улар аэродинамика һәм программалау серҙәрен, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм идара итеү үҙенсәлектәрен өйрәнә. 

Өфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерәӨфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә
Өфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә

2024 йылдың сентябрендә Өфөнөң 96-сы лицейында инженер һәм кадет кластары уҡыусылары өсөн өҫтәмә белем биреү түңәрәге асылған. Бында улар аэродинамика, программалау серҙәрен, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм идара итеү үҙенсәлектәрен өйрәнә.

Мәктәп уҡыусылары күнекмәләр өсөн иркен спорт залын ҡуллана. Әммә дрон менән идара итеүгә рөхсәт алғанға тиклем улар теорияны үҙләштерә, һуңынан виртуаль донъяла пилотһыҙ аппараттар менән идара итергә өйрәнә.

Лицейҙағы БПЛА операторҙарын әҙерләү үҙәге 2025 йылда «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты ярҙамында эшләй башлаған. Уҡыу йылы дауамында бишенсе кластан һигеҙенсе класҡа тиклемге 11 төркөм осоу оҫталығын үҙләштерә.

Уҡыусылар пилотһыҙ аппараттарҙы йыйыу һәм ремонтлау менән үҙаллы шөғөлләнә. 3D-принтерҙарҙа улар кәрәкле деталдәрҙе баҫтыра. Бөтә процесты – деталдәрҙе эшләүҙән алып финиш көйләүенә тиклем балалар үҙҙәре башҡара.

Бөгөн күп урындарҙа мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең белем усағында БПЛА операторы һөнәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Балалар абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарай, проекттарын тормошҡа ашырып, юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Был йәһәттән 96-сы лицей уҡыусылары ла ҡалышмай, мәҫәлән, былтыр бер уҡыусы республика инженер форумы призеры булған.

Алда йәш пилоттарҙы тағы ла мауыҡтырғыс проекттар, яңы ярыштар көтә.

Фото: 96-сы лицей архивынан һәм авторҙыҡы. 

 

Өфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә
Өфө уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас