

Быйыл 1-се Асҡар урта мәктәбенән бер юлы дүрт уҡыусы физика буйынса 100 балл йыйған!
Был имтиханды"һәйбәт тапшырыу" ғына түгел, ә көндәлек хеҙмәт артындағы оло еңеү ҙә!
Бындай хәл республиканың һәр мәктәбендә була торған бик һирәк күренеш, ә 1-се Асҡар урта мәктәбенән - дүрт уҡыусы. Бына улар, беҙҙең йондоҙло егеттәребеҙ:
Руслана Нишанова;
Юнир Дәминдәров;
Данил Дәминдәров;
Олег Стрелков.
Һәм, әлбиттә, ошондай ҡатмарлы фәнгә ғашиҡ булған һәм юғары кимәлдә әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт: Эльмира Ғәлимйән ҡыҙы Ишҡолова һәм Гөлдәр Рәсих ҡыҙы Насирова.
Ул ғәйәт ҙур хеҙмәт, сыҙамлылыҡ һәм талант һөҙөмтәһе! Афарин!
Сығанаҡ: "Абзелил"