Өфө кампусына – өҫтәмә 3,6 миллиард һум

Төҙөлөштө өҫтәмә финанслау – федераль үҙәктең республикаға ҡарата ныҡлы ышаныс билдәһе.

Өфө кампусына – өҫтәмә 3,6 миллиард һумӨфө кампусына – өҫтәмә 3,6 миллиард һум
Өфө кампусына – өҫтәмә 3,6 миллиард һум

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанда Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн өҫтәмә финансланы: быйыл – ике, 2027 йылда 1,6 миллиард һум аҡса алынасаҡ. Федераль ярҙам эште планлаштырылған ваҡытта тамамлап, бинаны мәлендә сафҡа индереү мөмкинлеген бирәсәк.

Яһалма зиһен үҙәге лә буласаҡ

Билдәле булыуынса, кампустың ғилми-белем биреү өлөшө уңышлы эш алып бара. 2024 йылда IQ-парк асылды. Былтыр иһә Геном үҙәге эш башланы, унда генетика, медицина геномикаһы, биоинформатика, программалаштырыу менән шөғөлләнәләр. Кампус структураһына биш университет берләште, 20 самаһы лаборатория, “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе, “Берлога” киберфизика инновациялар оҫтаханаһы, технология командаларын үҫтереү өсөн “Ҡайнау нөктәһе” киңлеге эшләй. Күптән түгел иһә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Чанчжоу ҡалаһында Рәсәй-Ҡытай институты асылды, ул вразия ғилми-белем үҙәге Вуз-ара студенттар кампусы резидентын Чанчжоу университеты менән берләштерәсәк. Заманса аудиторияларҙа тәүге дәрестәрҙе быйыл сентябрҙә үк башлау планлаштырылған.

Кампуста Яһалма зиһен төбәк үҙәге лә булдырыласаҡ. Ул заказсылар өсөн “берҙәм тәҙрә”гә һәм компетенциялар йыйыу урынына әүереләсәк, ғилми эшләнмәләр реаль секторға тиҙерәк индереләсәк.

– Әлбиттә, проектҡа ҙур ышаныс күрһәтелмәһә, өҫтәмә аҡса ла бүленмәҫ ине. Был федераль финанслау сараһы Өфө кампусын тағы ла яҡшыраҡ, студенттар, педагогик, ғилми коллектив өсөн уңайлыраҡ итеүгә тос өлөш индерәсәк, – ти белгестәр.

Федераль белгестәр юғары баһалай

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко республикабыҙға эш сәфәре барышында Өфө кампусы төҙөлөшө барышын юғары баһаланы. “Башҡортостан дәүләт ярҙамы сараларынан әүҙем файҙалана. Уның федераль проекттарҙа ҡатнашыуының аныҡ һөҙөмтәләрен күрҙек. Төбәктә мәғарифты, фәнде һәм инновацияларҙы уртаҡ йүнәлештә берләштереү өсөн барлыҡ шарттар булдырыуға ынтылыш дауам итәсәк тигән ышаныстамын”, – тине Дмитрий Чернышенко.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәккә федераль ярҙамды йәлеп итә һәм уңышлы тормошҡа ашыра белеү – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, уның етәкселегендәге идара итеү командаһының компетентлығын дәлилләгән мөһим күрһәткес. Төҙөлөштө өҫтәмә финанслау – үҙәктең республикаға ҡарата ныҡлы ышаныс билдәһе лә.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан төбәкте ғилми-технологик яҡтан үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йүнәлеш өҫтөнлөклөләр рәтендә. Һуңғы 60 йылдағы эшмәкәрлеккә байҡау яһағанда, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы – тармаҡта иң ҡеүәтле инфраструктура проекты. Ул – бөтә Рәсәйҙә 2036 йылға тиклем ошондай 40 киңлек барлыҡҡа килтереү күҙ уңында тотолған федераль программаның бер өлөшө, – ти Рөстәм Хәмит улы. – Кампустар мәғариф, фән тармаҡтарының дәүләтебеҙ, республикабыҙ үҫешендә тотҡан урынын баһалау мөмкинлеген бирә. Улар ғилми ойошмалар менән университеттарҙың заманса хеҙмәттәшлек алымдарын киңәйтә.

Билдәле булыуынса, объекттың архитектура концепцияһын урындағы белгестәр эшләгән. Унан, стилобат ҡулсаһынан, ете бейек башня ҡалҡа. Һәр береһе бөйөк ғалимдарҙың исем-шәрифе менән аталасаҡ: Пифагор, Аристотель, Авиценна, Шэнь Ко, Менделеев, Вернадский, Циолковский. Иң бейек башня 100 метрға тиклем булып, 10-15 километрҙан күренеп торасаҡ.

Ике сираттың дөйөм майҙаны – 142,7 мең квадрат метр, проекттың хаҡы – 27 миллиард һум. Әле төҙөлөштә 800 – 1200 кеше эшләй. Улар ай һайын ике-өс ҡатты һала. Объектты 2026 йылдың аҙағында сафҡа индереү планлаштырылған. Студенттарҙы ятаҡҡа 2027 йылдың сентябрендә урынлаштыра башлаясаҡтар.

Фотола: кампуста ғәмәли дәрес бара.

Фото: Өфө кампусынан.

---------------------------

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Өфө талантлы студенттарҙы, уҡытыусыларҙы, ғилми-тикшеренеү эштәре алып барған командаларҙы үҙенә ылыҡтырған урынға әйләнергә тейеш. Кампус төҙөп, беҙ йәштәр мәнфәғәтендә уникаль мөхит булдырабыҙ – ятаҡ ҡына түгел, ә йәшәү, уҡыу, фән, спорт һәм мәҙәниәт өсөн уңайлы киңлек. Ысынлап та, илдә иң яҡшы кампустарҙың береһен төҙөйбөҙ. Республикабыҙҙан һәм башҡа төбәктәрҙән абитуриенттарҙы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына саҡырабыҙ.

--------------

Өфө кампусын төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Фән һәм университеттар” милли проекты ярҙамында башланғайны. Хәҙер эш яңыртылған милли проект – “Йәштәр һәм балалар” – булышлығында дауам итә.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас