

Республика Башлығы Фольклориадала ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға, балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә ихлас һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға рәхмәт белдерҙе.
- Һеҙ беҙгә иҫ киткес байрам бүләк иттегеҙ һәм тағы ла бер тапҡыр сағыу һәм күп яҡлы традицияларыбыҙҙы, матур илебеҙҙе күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Өфөлә Фольклориада үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һәм, әлбиттә, фестивалде әҙерләүҙә булышлыҡ иткәне өсөн Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона ҙур рәхмәт. Беҙ бергәләп бөтә Рәсәйҙән балаларҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеүе, яңы дуҫтар табыуы һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләр һаҡлауы өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ.
Төбәк етәксеһе Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшинға “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн” орденын, шулай уҡ Фольклориаданы ойоштороуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова ла мөрәжәғәт итте.
- Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҫеп килеүсе быуынды бөйөк Рәсәйебеҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләгәндәре өсөн уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт, - тине Тамара Пуртова. - Беҙ Өфөгә сәфәрҙән бик сағыу тәьҫораттар алдыҡ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт әйтәбеҙ.
Тантана аҙағында республика Башлығы һәм Поленов исемендәге халыҡ ижады йорто директоры йәш таланттарға фестивалдә ҡатнашыусыларҙың дипломдарын тапшырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.