Фольклориадала ҡатнашыусылар Милли музейҙа булды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге һүҙҙәр менән тулыланды.   

Фольклориадала ҡатнашыусылар Милли музейҙа булдыФольклориадала ҡатнашыусылар Милли музейҙа булды
  Фольклориадала ҡатнашыусылар Милли музейҙа булды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге һүҙҙәр менән тулыланды.  

Өфөгә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына килгән балаларға был фестивалдең нимә аңлатыуы тураһында яҙырға тәҡдим иттеләр. Иң йыш осраған һүҙҙәр “дуҫлыҡ" һәм "берҙәмлек" булды - улар тиҫтәләгән телдә яҙылды! Шулай уҡ “яңы танышлыҡтар”, “бер яратҡан эше булған кешеләрҙең осрашыуы”, “һулыш”, “яҡты хис-тойғо”, “халыҡтар дуҫлығы”, “мөмкинлектәр”, “тәжрибә”, “ҡунаҡсыллыҡ һәм изге күңеллелек”, “йән”, “традициялар”, “йәшлек” һәм башҡа һүҙҙәр менән дә баһаланылар был сараны.

Абруйлы ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре айырыуса тулҡынландырҙы: В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова “Бәхет” һүҙен һайланы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов “Мөхәббәт” тип яҙҙы. Ысынлап та, был көндәрҙә Өфө бәхет һәм мөхәббәт менән тулы булды тип тә әйтергә була!

Фольклориадала ҡатнашыусылар: "Шәп музей!” тип республиканың төп музейына ла юғары баһа бирҙе.

Фото: Милли музей сайтынан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас