"Ҡунаҡтар үҙҙәре менән Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер, тип ышанам"

Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусылар менән осрашты Республика етәксеһе ҡатнашыусыларрҙы сәләмләне һәм Фольклориаданың Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген нығытыу өсөн әһәмиәтен билдәләне.

"Ҡунаҡтар үҙҙәре менән Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер, тип ышанам""Ҡунаҡтар үҙҙәре менән Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер, тип ышанам"
"Ҡунаҡтар үҙҙәре менән Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер, тип ышанам"

 Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусылар менән осрашты

Республика етәксеһе ҡатнашыусыларрҙы сәләмләне һәм Фольклориаданың Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген нығытыу өсөн әһәмиәтен билдәләне.

 – Һеҙҙе Өфөлә күреүебеҙгә шатбыҙ – барығыҙ ҙа сағыу, талантлы, матурһығыҙ. Моғайын, республикабыҙҙа Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бер ҡасан да ошо хәтлем күп балалар йыйылмағандыр. Башҡортостан өсөн дә был фестиваль үҙенсәлекле, - тине төбәк етәксеһе. - Күптәрегеҙҙең аталары махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстар үтәүен беләм. Бөтә яугирҙәребеҙҙе   еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.

Артабан осрашыу диалог форматында дауам итте. Радий Хәбировтан бала сағында кем булырға теләүе, һөнәр һайлағанда нимәгә өҫтөнлөк биреүе, республика Башлығы булыу ни тиклем ауыр һәм ғаиләгә ваҡыт ҡаламы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһындылар.

Күмертауҙан оҙон көйлө башҡорт йырҙарын йәш башҡарыусы Әнүәр Вәхитов Радий Хәбировтың эш кабинетында булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне. Башҡортостан Башлығы уны Республика Йортона саҡырҙы. Курск өлкәһенән Ариадна Шестопалованың ижади номеры осрашыуҙың әҫәрләндергес бер мәле булғандыр. Фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле уның ғаиләһенә тыуған ҡалаһын - Суджаны ташлап китергә һәм өйөндә уникаль халыҡ костюмдарын һәм боронғо музыка ҡоралдары коллекцияһын ҡалдырып китергә тура килгән. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, Шестопаловтар ижад менән шөғөлләнеүен, үҙ яғының традицияларын һаҡлап ҡалыуын дауам итә. Осрашыу ваҡытында улар музыкаль номерҙы ғаилә башлығы Евгений Шестопалов үҙ ҡулдары менән эшләгән тынлы инструменттарҙа башҡарҙы.

Төбәк етәксеһе республиканың Фольклориаданы үткәреүгә нисек әҙерләнеүе хаҡында ла һөйләне

Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла республиканан башҡорт эпосының уникаль баҫмаһы - «Урал батыр» бүләк ителде.

– Был китапта – халҡыбыҙҙың йәне, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика Башлығы Салехардтан фольклориадала ҡатнашыусы 12 йәшлек Лев Хоротэттоны тыуған көнө менән ҡотланы.

 ***

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Башҡортостанда балалар ижады фестивален үткәреүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне.

 - Беҙҙең өсөн был ҙур хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Сөнки һүҙ талантлы балалар хаҡында бара – улар йырлай, бейей, туған мәҙәниәтенә тоғро һәм үҙҙәре милли йолалар йөрөтөүсе булып тора, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Ҡунаҡтар үҙҙәре менән Башҡортостандың бер өлөшөн алып китер, тип ышанам.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас