Сит ил абитуриенттары өсөн дә ҡыҙыҡтырғыс

Дисциплиналарҙы ӨДНТУ-ның  махсус тел әҙерлеген үткән уҡытыусылары, шулай уҡ техник инглиз телен белгән индустрия белгестәре алып бара.

Сит ил абитуриенттары өсөн дә ҡыҙыҡтырғысСит ил абитуриенттары өсөн дә ҡыҙыҡтырғыс
Сит ил абитуриенттары өсөн дә ҡыҙыҡтырғыс

Евразия фән-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыһы ‎Өфө дәүләт нефть техник университеты нефть-газ эше буйынса «Petroleum Engineering» инглиз теле программаһының тәүге магистрҙарын сығарҙы. Был программаның үҙенсәлеге шунда - уҡыу тулыһынса инглиз телендә алып барыла. 

Дисциплиналарҙы ӨДНТУ-ның  махсус тел әҙерлеген үткән уҡытыусылары, шулай уҡ техник инглиз телен белгән индустрия белгестәре алып бара.

– Инглиз теле программаһын төрлө илдәрҙән студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы берләштерә һәм техник инглиз  теле кимәлен күтәрергә булышлыҡ итә. ‎Беҙҙең вуз-резидент мәғариф өлкәһендәге халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса әүҙем эшләй, - ти "БР фәнни мәғариф үҙәге" коммерция нигеҙендә булмаған ойошмаһы директоры Андрей Кулаков. ‎

«Petroleum Engineering» магистр программаһы — ошо уҡ исем аҫтындағы 2020 йылда башланған бакалавриат программаһының логик дауамы. Ул ваҡытта ул ‎Рәсәйҙә профилле техник уҡыу йорттары араһында нефть-газ эше өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса инглиз телендәге берҙән-бер бакалавр программаһы ине һәм сит ил абитуриенттары араһында  популярлыҡ яуланы. ‎

— Сит ил абитуриенттарын йәлеп итеү бер нисә тиҫтә йыл дауамында инде беҙҙең вуз өсөн мөһим бурыс булып тора. Ул бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Уларҙы, тәү сиратта, ӨДНТУ-ның төрлө рейтингтар буйынса юғары позицияларҙа булыуы, шулай уҡ сифатлы белем алыу мөмкинлеге йәлеп итә, — тип билдәләй ӨДНТУ-ның фән һәм инновация эше буйынса проректоры  Денис Гулин. ‎

ӨДНТУ өс тапҡыр программа буйынса  бакалаврҙар сығарҙы: 2024 йылда 13 кеше, 2025 йылда - 28, 2026 йылда 29 кеше. «Petroleum Engineering» төрлө илдәрҙән студенттарҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла берләштерә. Улар араһында ӨДНТУ-ның  элек уҡып, университетта эшкә ҡалған сит ил студенттары ла бар. Мәҫәлән, торба үткәреү факультетын тамамлаған Эван Эхов Близ Гаэтан әле ассистент булып эшләй.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас