

Уҙған ялдарҙа ил буйынса сығарылыш кисәләре үтте. Башҡортостанда 26 һәм 27 июндә 71 мең уҡыусы аттестаттар алды. Дүшәмбе Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары менән таныштырҙы. Имтихандар тапшырыу кампанияһы уңышлы үтте һәм һөҙөмтәләр һәйбәт тине ул.
– Беҙҙә 183 йөҙ баллы эш һәм туғыҙ мультибалльник (ике предмет буйынса максималь балл йыйған сығарылыш уҡыусылары) бар. Сағыштырыу өсөн, 2025 йылғы кампания йомғаҡтары буйынса 159 йөҙ баллы һәм биш мультибаллы булған, – тине ул.
Сығарылыш уҡыусылары 100 балл йыйыу буйынса айырыуса ҙур үҫеште рус теле (22 йөҙ балл) һәм профилле математика (14 йөҙ балл) буйынса күрһәткән. Был уҙған йылға ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Физиканан 61 бала йөҙ балл йыйған, был 2025 йыл күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт ҡалды һәм ярайһы уҡ алға китеш булыуын билдәләне.
– Беҙҙә йөҙ балл йыйыусылар һәм күп балл йыйыусылар һаны һиҙелерлек күбәйгән, һәм уртаса балл да бик ныҡ артҡан. Был балаларыбыҙға бюджет урындарына инеү өсөн ҙур гарантиялар бирә. Сығарылыш уҡыусыларына, балаларҙы әҙерләгән бөтә уҡытыусыларға, уларҙың остаздарына ҙур рәхмәт. Тағы бер тапҡыр әйтәм – был һандың сифатҡа күскән оҙайлы эш емеше, – тине Радий Хәбиров.
Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, алда әле резерв көндәр һәм ҡайтанан тапшырыуҙар бар, шуға күрә йомғаҡлау һандары артыуы ихтимал, тип өҫтәне.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған мәктәпте тамамлаусылар 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия ала ала. Быға республиканың Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр хоҡуҡлы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.