Асы мәктәбенә - бер быуат

Белорет районының Асы ауылы мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Асы мәктәбенә - бер быуатАсы мәктәбенә - бер быуат
Асы мәктәбенә - бер быуат

Быйыл Белорет районы Асы ауылы 9 йыллыҡ урта белем биреү мәктәбенең Һуңғы ҡыңғырау байрамы йөҙәрләгән тамашасыны йыйыҙы. Туғыҙынсы синфты тамамлаған уҡыусыларға аттестат тапшырыу тантанаһы меңдәрсә балаға белем биргән, ҡанат нығытырға ярҙам иткән Асы мәктәбенең бер быуатлыҡ юбилейына ла арналды. Сара бик йылы һәм тулҡынландырғыс шарттарҙа үтте.

Юбилейға мәктәптең төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар, почетлы ҡунаҡтар йыйылды. Йылдар үтһә лә, мәктәп йылдарының яҡты хәтирәләре һәр кемдең күңелендә тәрән урын алған. Тантанала мәктәп тарихы барланды, фиҙаҡәр уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, Асы мәктәбе данын ситтә күтәргән өлгөлө сығарылыш уҡыусылары исемдәре телгә алынды. Байрам программаһы йыр-бейеүҙәр, тантаналы ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы.  Ошо белем усағында бөгөн уҡыған балаларҙың, йәш быуынға белем таратҡан уҡытыусылыларҙың һәм Асы ауылының үҙэшмкәр артистары  сығыштары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Асы ауылында тыуып-үҫеп, ошо мәктәпте тамамлаған яугир егеттәргә айырым иғтибар бүленде – махсус хәрби операцияла ил именлеге өсөн баштарын һалған ир-егеттәрҙе сарала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Белорет районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Басыр ҡыҙы Ғәлиәнова уҡытыусыларҙың намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтте һәм район етәкселеге исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы.Район мәғариф идаралығы етәксеһе Ильмира Рафаэль ҡыҙы Копытова мәктәптең бөгөнгө уңыштары, уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларҙағы еңеүҙәре менән ғорурланыуын белдерҙе һәм алдынғы педагогтарҙы тәбрикләне.

Әйткәндәй, бөгөн Асы мәктәбендә йөҙҙән ашыу бала белем ала. Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты проректоры Флүр Әмир улы Шаһисолтанов та ҡатнашты. Республикала мәғариф үҫешенә ҙур өлөш индергән Флүр Шаһисолтанов педагог булараҡ тәүге аҙымдарын тап Асы мәктәбендә яһай. Ул үҙенең сығышында мәктәптең оло тарихин барланы, уҡытыусылар коллективына ижади ҡаҙаныштар теләне.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас