

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева проекттың эҙмә-эҙлекле халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе икәнен билдәләне.
Ул әйтеүенсә, программаны тамамлаусылар уникаль тәжрибә туплап, республиканың инновация экосистемаһын үҫтереүгә, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә Рәсәйҙең фәнни ҡеүәтен нығытыуға өлөш индерә ала.
Программа быйыл апрелдә башланды. Ул халыҡ-ара форматта бара: уҡытыуҙы Рәсәй һәм Малайзия тыңлаусылары үтә. Ҡатнашыусылар тәбиғәт биләмәләрен тотороҡло үҫтереү өлкәһендә тәжрибә туплай, был артабан геопарктар менән партнерлыҡты үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Рәсәй төркөмө етәксеһе Рената Лоҡманова әйтеүенсә, программа Сабах паркының директорҙар советы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Рәсәй ҡатнашусылары өсөн лицензиялы тау гидтары оҙатыуында дүрт климат зонаһы аша Кинабалу тауына күтәрелеү, «Мәрйен өсмөйөшө» экосистемалары менән танышыу, диңгеҙ флораһын һәм фаунаһын өйрәнеү, дайв-сайттарға инеү һәм йәшел ташбаҡалар популяцияһын һаҡлау буйынса программаларҙа ҡатнашыу планлаштырылған.
Бынан тыш, ҡатнашыусылар тәбиғәт паркы менән идара итеү буйынса брифингтар үтергә, климат тотороҡлолоғо стратегияларын өйрәнергә һәм бейек тауҙарҙа инфраструктура булдырыу юлдары менән танышырға тейеш. Программа инглиз телендә тормошҡа ашырылғанлыҡтан, стажировка тыңлаусыларға тел әҙерлеге кимәлен күтәрергә лә мөмкинлек бирә.
Программа биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү, экология, туризм, дестинациялар менән идара итеү, география, геокиңлек технологиялары, биология, зоология, яһалма интеллект һәм ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлау өлкәһендә эшләүсе етәкселәргә һәм белгестәргә тәғәйенләнгән.
Белешмә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.
Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.
Мәғлүмәт һәм фотолар: pravitelstvorb.ru/news/29129/