

Хәтәр шәп яңылыҡ менән һеҙҙе лә таныштырырға ашығабыҙ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Мәскәү ҡалаһынан Екатерина Малкова 25 йыл тарихы булған Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа абсолют рекорд ҡуйған. Ҡыҙ бер юлы биш фәндән 100 балл йыйған!
Рус теле, профилле математика, химия, физика һәм информатиканан иң юғары балл йыйған уҡыусыға илебеҙҙең барлыҡ юғары уҡыу йорттарының ишектәре асыҡ. Әле Екатерина ҡайһы уҡыу йортон һайларға тип баш вата. Ниндәй генә юғары уҡыу йорто студенты булһа ла, илебеҙҙең иң белемле уҡыусыһына артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Афарин!