Вуз уҡыу йылы йомғаҡтарын барланы

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ,sk уҡыу йылына йомғаҡ яһап, киләһенә эш планын билдәләне

Вуз уҡыу йылы йомғаҡтарын барланыВуз уҡыу йылы йомғаҡтарын барланы
Вуз уҡыу йылы йомғаҡтарын барланы

Башҡортостан Республикаһы етәксеһе ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында (БАГСУ) Ғилми советтың киңәйтелгән ултырышы үтте. Ректор вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов уҡыу йылының эш йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм юғары уҡыу йортон үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәрен билдәләне.

Академия структураһындағы төп үҙгәреш – һанлы үҫеш департаментын булдырыу. Азат Бадранов аңлатыуынса, яңы подразделение алдында ике мөһим бурыс тора: беренсеһе – академия эшмәкәрлегендәге бөтә процестарҙы берҙәм һанлы мөхиткә күсереп, комплекслы автоматлаштырыуҙы тамамлау, икенсеһе – иң кәмендә бер процесс эшмәкәрлегенә һанлы агенттар йәлеп итеү.

Инфраструктура базаһын булдырыу өсөн академия бөтә биналарҙы ла сымһыҙ интернетҡа тоташтырған һәм профессиональ видеостудия һатып алған. 2027 йылда академия республикала яһалма зиһен агенттарын индереү һәм был өлкәлә кадрҙар әҙерләү буйынса лидер булыр, тип планлаштырыла.

Академияға ҡабул ителгәндәрҙең дөйөм һаны 21 процентҡа артҡан. Бюджет урындары барлыҡҡа килеүе республика етәкселеге тарафынан был вузға иғтибар артыуы тураһында һөйләй.

Яңы уҡыу йылында Өфө мәктәптәрендә университетҡа инергә әҙерләү проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Уҡыусылар дәүләт хеҙмәте, юриспруденция, иҡтисад, идара итеү буйынса мәғлүмәт туплап, алдан уҡ уларға бәйле һөнәрҙәргә әҙерләнә башлай ала. Өлкән класс уҡыусыларын эшлекле уйындарҙа, проект эшмәкәрлегендә, лидерлыҡ һәм коммуникациялар буйынса тренингтарҙа ҡатнаштырыу, уҡытыусы һәм студенттар менән аралаштырыу күҙаллана.

Ғилми совет ултырышында Рәсәй Федерацияһы геройҙары һәм өс Батырлыҡ ордены кавалерҙарына юғары белем биреү программалары буйынса уҡыуға йөҙ процент ташлама яһау тураһындағы тәҡдим бер тауыштан ҡабул ителде. Башҡа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ла белем биреү программаһы хаҡынан ун процент ташлама яһала.

"Был бик мөһим ҡарар. Республика өсөн дә, ил өсөн дә, беҙҙең академия өсөн дә. Белеүемсә, Беҙ Рәсәй Федерацияһында бындай саралар индергән беренсе юғары уҡыу йорто булдыҡ”, – тип йомғаҡланы Азат Бадранов. Ултырыш дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы менән тамаланды.

Фото, мәғлүмәт: mgazeta.com

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас