Спорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бара

Белем көнөнә Михайловка мәктәбе уҡыусылары шәп бүләк аласаҡ

Спорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бараСпорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бара
Спорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бара

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районы Михайловка мәктәбенең  2021 йылда авариялы тип табылған спорт залын яңынан төҙөү буйынса эштәр башланды. Төҙөлөш эштәренә ағымдағы йылдың 10 апрелендә старт бирелде. Спорт залы төҙөлөшөн "Салауат" компанияһы партнеры - Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды финанслаясаҡ.

Ошо көндәрҙә Михайловка ауылында спорт объектын төҙөү темптарын “Салауат” компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев тикшерҙе. Майҙансыҡта ул подряд ойошмаһы – “Урал төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Станислав Тарасюк менән осрашты.

Михайловка ауылы үҙәгендә, мәктәп янында урынлашҡан спорт залы бинаһының майҙаны - 500 квадрат метр буласаҡ. Әлеге ваҡытта сэндвич-панелдәрҙән стеналар күтәрелә. Артабан витраж тәҙрәләр ҡуйыласаҡ һәм төҙөүселәр биҙәү эштәренә тотонасаҡ. Бинала спорт залынан тыш, ял итеү зонаһы менән фойе, тренерҙар һәм спорт инвентары кабинеттары, душ бүлмәләре һәм санузел ҡаралған. Зал бөтә кәрәкле спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

 - Был проект Әбйәлил районы өсөн генә түгел, “Салауат” компанияһы өсөн дә социаль әһәмиәтле булып тора. Шуға күрә, беҙ мөһим эштән ситтә ҡалмайбыҙ һәм уның нисек тормошҡа ашырылыуын ентекле  күҙәтәбеҙ. Шул маҡсатта мин төҙөлөш объектын барып ҡараным. Бөгөн күргәндәр, әлбиттә, ҡыуандыра: буласаҡ физкультура залында эш йылдам бара, төҙөүселәр уны ваҡытында тамамлау өсөн тырыша. Бының өсөн бөтә кәрәкле техника, ҡорамалдар бар. Эш яҡшы ойошторолған. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү мәсьәләләрен дә тикшерҙек. Төҙөлөш тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - тине Таһир Тимербай улы.

Белем көнөнә Михайловка мәктәбе уҡыусылары шәп бүләк аласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: "Салаватское" төркөмөнән

 

Спорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бара
Спорт залы төҙөлөшө ҡыҙыу бара
Автор:Карима Усманова
Читайте нас