

Бөгөнгө эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Уртай ауылындағы Дүртөйлө күп профилле колледжында булып, капиталь ремонт үткәрелгән уҡыу корпусын ҡараны, заманса белем биреү инфраструктураһы менән танышты.
Колледж директоры Ришат Гәрәев учреждениеның матди-техник хәлен нығытыу саралары тураһында һөйләне. Автоматлаштырыу зонаһы, навигация системаларын ремонтлау, етештереү күрһәткестәрен контролдә тотоу һәм иҫәпләү буйынса уҡыу майҙансыҡтары, химик анализ лабораторияһы, электр монтажлау оҫтаханаһы, ашхана – уларҙың барыһы менән дә танышты республика етәксеһе. Радий Фәрит улына агродрондың осоуын да күрһәттеләр.
Былтыр колледж ҡарамағында “Башҡортостандың ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү инновациялы үҙәге” урта һөнәри белем биреү кластеры асылғайны. Уны үҫтереүгә 171,5 миллион һум йүнәлтелде. Учреждениела заманса яҡтыртылған 14 махсус зона бар. Студенттарҙы өйрәтеү өсөн роботлаштырылған һауыу системалары, агродрондар, йыһан навигацияһы комплексы, VR-тренажерҙар алынған, ауыл хужалығы техникаһы полигоны булдырылған. Былар барыһы ла йәш белгестәргә бөгөнгө алдынғы предприятиеларҙың хеҙмәт өлгөләрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
– Ошондай шарттар төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Беҙ колледждарҙы яңыртыу буйынса эште дауам итәбеҙ, республиканан ярҙам бүләбеҙ. Йәштәребеҙҙең бөгөн ысынлап та кәрәкле, көнүҙәк һөнәрҙәрҙе үҙләштереүе мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.