Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе

Башҡортостанда поездарҙа оҙатып йөрөүселәрҙән торған студент отрядтарын әҙерләүҙең яңы системаһы төҙөлгән.

Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбеСтудент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе
Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе

Республикала поездарҙа оҙатып йөрөүселәрҙән торған студент отрядтарының махсус штабы булдырылған, уларҙы бушлай уҡытыу һәм ярҙам итеү системаһы индерелгән. Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе командиры Элина Саматова буласаҡ оҙатыусылар менән эштең нисек алып барылыуы хаҡында һөйләне.

Етәксе әйтеүенсә, быйыл төбәктә Башҡортостан Республикаһының Студенттар отрядтары штабы ойошторолған, уға дүрт белгес ингән. Уларҙың һәр береһе айырым йүнәлеш өсөн яуап бирә: кандидаттар ҡабул итеү, уҡытыу, эшкә урынлашыу һәм корпоратив мәҙәниәт. Был студенттарҙы йәйге хеҙмәт миҙгеленә әҙерләүҙең аныҡ системаһын төҙөргә мөмкинлек бирә. “Беҙҙең оҙатыусыларҙың үҙ системаһы бар”, – тип билдәләне Элина Саматова.

Студент отрядтары хәрәкәтенә ҡушылып, йәйге ялын ниндәйҙер тармаҡта эшләп үткәргән йәштәр йыш ҡына тап шул һөнәргә күңел һала һәм унда ғүмерлеккә ҡала. Бына шундай күсәгилешлелек миҫалдарының береһе – үҙенең хеҙмәт юлын поездарҙа оҙатып йөрөүселәрҙән торған студент отрядында башлаған, һуңынан йүнәлеш кураторы булған, ә бөгөн вагон депоһында кадрҙар белгесе булып эшләгән Илшат Моталлапов.

– Омск ҡалаһынан инструктор – Рәсәй студент отрядтарының тәжрибәле вәкилен саҡырыу әҙерлектең мөһим өлөшө булды. Был йәштәргә һөнәрҙәренә тиҙерәк яраҡлашырға һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә мөмкинлек бирә, – тип һөйләне Элина Саматова.

Өфө фән һәм технологиялар университетының “Сәйәхәтселәр” студент отряды етәксеһе урынбаҫары, комиссар Тимур Рахманғолов та белем алыу мөмкинлегенә айырыуса иғтибар бүленеүен билдәләне. “Рәсәй студент отрядтарынан уҡыу формаһы бушлай бирелә, уның йомғаҡтары буйынса дәүләт өлгөһөндәге танытмалар тапшырыла. Бынан тыш, ситтән килеүсе студенттар өсөн хостелдарҙа бушлай йәшәү ойошторолған. Шулай уҡ уларға электричкала йөрөү бушлай йәки льготалы шарттарҙа бирелә”, – тине ул.

Быйыл яҡынса 150 кеше эшкә урынлашыуға иҫәп тота. Өфө проводниктарын көньяҡҡа (Анапа, Адлер, Новороссийск) һәм Яңы Уренгойға барған составтарға бүлгәндәр. Бер рейс биш көнгә тиклем дауам итә, шунан һуң тәнәфес башлана. Улар өсөн хеҙмәт йәйе 20 апрелдән 30 сентябргә тиклем дауам итә. Нормаға ярашлы, студенттар 450 сәғәт эшләргә тейеш. Эш хаҡы ла арыу ғына сыға: уртаса алғанда 78 мең һумдан башлана.

Элина Саматова билдәләүенсә, студент отрядтары – ул йәштәргә аҡса эшләү мөмкинлеге генә түгел, шәхес булараҡ үҫергә, үҙ урыныңды табырға ярҙам иткән тормош мәктәбе. Күптәр өсөн ул уңышлы карьераның башланғыс нөктәһе булып тора, сөнки бөгөнгө боецтар иртәгә илдең ҙур компанияларының кадрҙар резервын тулыландыра.

Рәсәй студент отрядтары – илебеҙ йәштәренең иң ҙур хеҙмәт хәрәкәте. Уларҙа йыл һайын йөҙәр мең йәш кеше эшләй, студенттар тәүге хеҙмәт тәжрибәһенә эйә була, лайыҡлы эш хаҡы ала һәм ил үҫешенә тос өлөш индерә. Йәйге хеҙмәт семестрына сығыр алдынан хәрәкәттә ҡатнашыусылар бушлай өҫтәмә эшсе һөнәрҙәренә уҡый ала. Мәҫәлән, 2021 йылдан алып 170 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған.

Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе хәрәкәтенә ҡушылыу, ихтыяжлы эшсе һөнәрҙәргә бушлай уҡыу һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күләмле проекттарға ҡушылып, эшкә урынлашыу өсөн трудкрут.com сайтында бирелгән форманы тултырырға йәки 8 800-770-0-117 һандары буйынса Рәсәй студент отрядтарының колл-үҙәгенә шылтыратыу ҙа етә.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһының Студенттар отрядтары штабынан. 

Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе
Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе
Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе
Студент отряды – һәйбәт тормош мәктәбе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас