

Башҡортостан Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған “Иннопром-2026” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Делегация составында вуз–ара студенттар кампусы резиденты булған Өфөнөң фән һәм технологиялар университетының ғалимдары һәм белгестәре лә бар.
Төбәк стендында юғары уҡыу йорто электр машиналарының төрлөһөн тәҡдим итте. Мәҫәлән, бәләкәй күләмле газ–торба двигателенең яғыулыҡ насосы приводы электр двигателенең яғыулыҡ системаһы идара итеүҙе күтәреүгә йүнәлтелгән. Конструкция үҙенсәлектәре арҡаһында яғыулыҡты бында һыуытыу өсөн дә ҡулланыу мөмкин.
- Күргәҙмәлә ҡатнашыу – Өфө университетының һәм беҙҙең вуз-ара кампустың белем биреүҙәге һәм фәнни эшмәкәрлектәге юғары потенциалын сағылдыра. Был престиж ғына түгел, ә ҙур тәжрибә лә. Вуз әйҙәүсе эксперттар менән бәйләнеш булдыра, донъя индустрияһының ҡайҙа барыуын күрә, иртәгә нимәгә ихтыяж булыуын аңлай. Был иһә уҡытыу программаларын һәм тикшеренеү проекттарын камиллаштырырға ярҙам итә, уларҙы иҡтисад өсөн мөмкин тиклем нығыраҡ актуаль һәм файҙалы итә, - тине Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Бынан тыш, университет ғалимдары һәм студенттары тарафынан эшләнгән газ-торба двигателдәренә тәғәйенләнгән япмалар технологияһы күрһәтелде. Шулай уҡ туҙып бармаған япмаһы булған ҡырҡыу ҡоралын иғтибарға тәҡдим иттеләр.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.