

Тантаналы рәүештә диплом тапшырыу ваҡытында Электротехник инжиниринг институтының сығарылыш студенты Руслан Кәбиров үҙенең һөйгән йәрен — "Культурология" йүнәлешен тамамлаусы Элина Сәфәрғәлиеваға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Ҡыҙ һис бер икеләнеүһеҙ "Эйе!" тип яуап биргән.
Улар бер мәктәптә уҡыған. икән. Йәштәрҙең мөхәббәт тарихы шунда башланған.
Университет ректоры ла йәштәрҙе ҡотлап изге теләктәрен еткергән һәм Башҡортостанда быйыл иғлан ителгән "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы"нда яҙмыштарҙы берләштереү символик мәғәнәгә эйә, тип билдәләгән.
Беҙ ҙә йәштәрҙе ҡотлайбыҙ һәп артабанғы тормоштарныда бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы