

8 июлдә – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында БДМУ һәм ӨДНТУ студенттары Диана Бикмөхәмәтова менән Таһир Кәримовтың никах тантанаһы үткән.
Кампус өсөн был ваҡиға үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле: фән, мәғариф һәм вуз-ара хеҙмәттәшлек өсөн булдырылған заманса киңлек тәүге тапҡыр студент ғаиләһенең тыуыуы өсөн майҙансыҡ була.
Диана менән Таһир мәктәп эскәмйәһенән таныш: бишенсе кластан улар бер парта артында ултырған. Башта яҡшы дуҫтар булалар, ә ваҡыт үтеү менән бергә үҫкән, бер-береһенә ярҙам иткән һәм уртаҡ пландар төҙөгән пар булып китәләр.
Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Фәттәхов йәш парға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Ул республиканың ике ҡеүәтле юғары уҡыу йорто студенттарының бер ғаилә булып берегеүен символик мәғәнәгә эйә, тип билдәләне.
Диана Бикмөхәмәтова – Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты студенты, терапия буйынса команда олимпиадаһы еңеүсеһе, университеттың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек һәм патриотик проекттар менән шөғөлләнә. Диана практик күнекмәләрен Республика балалар клиник дауаханаһында кесе медицина персоналының ирекмәне сифатында камиллаштыра.
Таһир Кәримов – Өфө дәүләт нефть техник университетының «Электр энергетика комплекстарын идара итеү, һаҡлау һәм диагностикалауҙың интеллектуаль саралары һәм системалары» йүнәлеше буйынса магистранты. Өфөләге 3-сө ТЭЦ-та эшләй. Бынан тыш, Таһир ирекмәндәр проекттарында ҡатнаша һәм Ҡытай студенттарына тәржемәсе булараҡ ярҙам итә.
БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов билдәләүенсә, кампуста беренсе никах тантанаһы яңы изге традицияға нигеҙ һалыуы бик ихтимал.
Йәш ғаиләгә ике университеттан аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Белешмә
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.
Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.
Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru