

Вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Өфөләге вуз-ара кампуста туризм һәм ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәренең, архитекторҙарҙың берлектәге уникаль тәжрибәһен күрһәтте. Улар “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының күп функциялы туризм-рекреацион кластерының концепцияһын сағылдырҙы. Был эш задание буйынса Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса башҡарыла.
- Йәштәр тәрән тикшеренеүҙәре нигеҙендә төрлө яҡлап республикала эске туризм үҫешен сағылдырҙы. Ҡунаҡханала урынлаштырыуҙың архитектура ҡарарҙарынан башлап аныҡ туризм маршруттарына тиклем күрһәтелде, - тип һөйләне ӨДНТУ-ның фән һәм инновация эштәре буйынса проректоры Денис Гулин.
Проектта биш студент ҡатнашты. Һәр береһенең үҙ бурысы булһа ла, улар тығыҙ бәйләнештә эшләне. Концепция нигеҙендә “Иҙеүкәй менән Мораҙым” исемле башҡорт эпосы ята. Концепцияны эшләүселәр Мораҙым тарлауығы биләмәһендә визит-үҙәк, йорттарҙан торған ҡунаҡхана, палатка ҡаласығы, һыуҙа павильондар, балалар өсөн һөнәрселек ҡаласығы эшләргә тәҡдим итә.
Мораҙым тарлауығын төҙөкләндереүҙең тағы ла бер маҡсаты булыуын да белдерҙеләр – урындағы бизнесҡа ярҙам итеү.
- Был концепция йәштәрҙең экология туризмын үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын сағылдыра. Тәбиғәт паркын үҫтереү буйынса йәштәрҙең идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн паркты рекреацион төҙөкләндереү һәм уникаль тәбиғәт мөхитен һаҡлау араһында гармониялы баланс табыу мөһим. Бындай идеяларҙы тормошҡа ашырыу ентекле әҙерлек талап итә. Уның барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте һәм фәнни берләшмә позицияһы иҫәпкә алына, - тине Башҡортостандың Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова.
ФОТО: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.