

Башҡортостандың кадрҙар стажировкалау үҙәге һөнәри яҡтан үҫеүгә мөһим аҙым булып тора. Әгәр һеҙ Башҡортостандан ситтә юғары уҡыу йортонда белем алаһығыҙ һәм практикала һөнәри тәжрибә тупларға теләһәгеҙ, әленән үк республикабыҙҙың әйҙәүсе предприятиеларында һәм ойошмаларында стажировка үтә алаһығыҙ. Бының өсөн быйыл апрель айынан Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге нигеҙендә кадрҙар стажировкаһы үҙәге булдырылды.
Был үҙәк һәр студентҡа төбәктең предприятие һәм коммерция ойошмаларында, шулай уҡ власть органдарында һәм дәүләт учреждениеларында стажировка үтеү өсөн урын табырға булышлыҡ итәсәк.
Үҙәктең белгестәре анкета тултырырға, консультация үтергә һәм йүнәлеште билдәләргә, һеҙҙең үтенес буйынса практика урынын һайларға, барлыҡ документтарҙы дөрөҫ итеп тултырырға булышлыҡ итәсәк.
Барлыҡ һорауҙар менән кадрҙар стажировкалау үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Автор фотоһы.