

Миәкә районында пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә өйрәтеүгә яңынан - яңы мөмкинлектәр асыла. Йыл башынан “Дрон-рейсинг мәктәбе” тигән проект уңышлы эш башланы. Әле булдырылған “RROдрон” белем биреү үҙәге проекты уның дауамы булып тора. Ул иһә булған һөҙөмтәне Миәкә районының барлыҡ белем биреү учреждениеларына таратыу маҡсатын ҡуя.
Проекттың идеяһы – “Миәкә биләмә-ара үҙәк китапханаһы” муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы нигеҙендә “RROдрон” тип исемләнгән йәштәргә патриотик тәрбиә, техник һәм спорт йүнәлешендә белем биреү үҙәге булдырыу.
–Төп бурыс – илһөйәрлек саралары ойоштороу, пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә, уларҙы техник хеҙмәтләндереүгә уҡытыу, шулай уҡ проектта ҡатнашыусыларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарға әҙерләү. Был проект быйыл 1 августан тормошҡа ашырыла башлай һәм киләһе йылдың 31 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. Унда бер нисә тикшеренеү этабы инә. Беренсеһендә ҡатнашыусыларҙы теркәү саралары үткәрелә. “Тәүге осош” оҫталыҡ кластарында шөғөлләнеүгә кәмендә 350 ғариза ҡабул итеү күҙаллана, йәштәр өсөн 20-ләп оҫталыҡ дәресе уҙғарыу ниәтләнә. Бер юлы проектта ҡатнашыусылар өсөн социаль селтәрҙәрҙә “Мияки. Za Память” тигән һанлы акция старт аласаҡ. Уның шарты – текст, фото, видео формаһында публикациялар булдырыу, улар Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә арналырға тейеш, – ти проект авторы, Миәкә биләмә-ара үҙәк китапханаһы директорының балалар менән эшләү буйынса урынбаҫары Гөлназ Шәйәхмәтова.
Был проекттың икенсе этабында уҡытыу саралары ҡаралған, унда кәмендә 50 йәш кеше “БПЛА операторы” һөнәре буйынса 36 сәғәтлек тәрән йөкмәткеле курс үтәсәк. Һуңғараҡ Миәкә биләмә-ара үҙәк китапханаһында симуляторҙарҙа 30 сәғәтлек күнекмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лә 50 практик дәрес уҙғарыу ниәтләнә.
Бынан тыш, кәмендә дүрт һөнәри йүнәлеш биреү саралары билдәләнгән, уларға ярашлы төбәктең “пилотһыҙ осоу системаларына идара итеү” һөнәре һәм кафедраһы булған белем биреү учреждениеларына, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университетына һәм уның колледжына барыу ҡаралған.
Проекттың йомғаҡлау этабы – бөтә район кимәлендә махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташ яугирҙәр иҫтәлегенә “Хәтер ҡанаттары” тип исемләнгән фестиваль-чемпионат үткәреү.
Фестивалдең спорт өлөшөндә 10-лап команда ҡатнашасаҡ. Унда еңеүсе команда 14–17 йәшлек үҫмерҙәр араһында уҙғарылған дрондар уҙышы буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында һынау тотоу хоҡуғы аласаҡ. Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары араһында махсус хәрби операция ветерандары ла буласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн байтаҡ фәһемле мәғлүмәт алыр. Тәүге ярҙам күрһәтеү, Калашников автоматын йыйыу һәм һүтеү, маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ кластары үткәреләсәк.
Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашлығында “Герой менән диалог” тип исемләнгән 15-ләп патриотик осрашыу үткәреү ҙә проекттың маҡсаты булып тора. Унда ҡатнашыусылар үҙ ғүмерҙәрен аямай Тыуған илебеҙҙең мәнфәғәтен яҡлаған хәрбиҙәрҙең батырлығы тураһында ишетәсәк.
Был проекттың маҡсаты – йәштәрҙе пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә өйрәтеү генә түгел, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Хәҙерге заман һөнәрҙәренә эйә булыу – ышаныслы киләсәгебеҙҙе хәстәрләү ул.
Фотола: проекттар авторы Гөлназ Шәйәхмәтова.
Миәкә районы.