Ситтә уҡыған йәштәребеҙ иғтибарына!

Кадрҙар стажировкалау үҙәге  улар өсөн булдырылған

Ситтә уҡыған йәштәребеҙ иғтибарына!Ситтә уҡыған йәштәребеҙ иғтибарына!
Ситтә уҡыған йәштәребеҙ иғтибарына!

 Башҡортостандың кадрҙар стажировкалау үҙәге һөнәри яҡтан үҫеү өсөн мөһим аҙым яһауға ҙур мөмкинлек.  Әгәр һеҙ Башҡортостандан ситтә юғары уҡыу йортонда белем алаһығыҙ һәм практикала һөнәри тәжрибә тупларға теләһәгеҙ, әленән үк республикабыҙҙың әйҙәүсе предприятиеларында һәм ойошмаларында стажировка үтә алаһығыҙ. Бының өсөн быйыл апрель айынан Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге нигеҙендә кадрҙар стажировкаһы үҙәге булдырылды.

Был үҙәк һәр студентҡа төбәктең предприятие һәм коммерция ойошмаларында, шулай уҡ власть органдарында һәм дәүләт учреждениеларында стажировка үтеү өсөн урын табырға булышлыҡ итәсәк.

Тәүге этапта нимә эшләргә кәрәк? Түбәндәге һылтанма буйынса ғариза тултырырға: https://clck.su/hLaSH

Үҙәктең белгестәре анкета тултырырға, консультация үтергә һәм йүнәлеште билдәләргә, һеҙҙең үтенес буйынса практика урынын һайларға, барлыҡ документтарҙы дөрөҫ итеп  рәсмиләштерергә булышлыҡ итәсәк.

Барлыҡ һорауҙар менән кадрҙар стажировкалау үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7985 596 51 47, +7495 621 07 07

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас