

Бөгөн республиканың ҙур ҡалаларында һәм айырыуса баш ҡалабыҙ Өфөлә яңы мәктәптәр төҙөү мәсьәләһе иң көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә тора. Халыҡ һаны артҡандан-арта барған ҡала яны ҡасабаларында, яңы биҫтәләрҙә мәктәп һәм балалар баҡсаһы һәр ваҡыт иң кәрәкле социаль объекттар иҫәбендә.
Бөгөн Башҡортостанда шәхси компания менән концессия килешеүе нигеҙендә биш яңы мәктәп төҙөлә. Был осраҡта концессионер булып сығыш яһаған компанияға һалым ташламалары йәһәтенән дәртләндереү саралары ҡарала. Республикалағы белем усаҡтары төҙөлөштәре “ПроШкола” фирмаһы тарафынан алып барыла. Һөҙөмтәлә Өфөнөң Ленин районында, Глумилин һәм Сағыу биҫтәләрендә, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала яңы мәктәптәр үҙ ишектәрен асасаҡ. Килешеүгә ярашлы, был төҙөлөштәрҙең иң һуңғыһы 2027 йылдың көҙөндә тамамланырға тейеш.
– Концессия алымы инвесторҙың, беҙҙең осраҡта банк ярҙамын һәм федераль бюджет аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Һуңғыһынан уҡыу йорто төҙөлөшөнә бер миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Тап ошондай мөмкинлектәр һөҙөмтәһендә беҙ биш мәктәп төҙөйбөҙ, – тип аңлатма бирҙе республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Глумилин биҫтәһендә ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә
Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Глумилин биҫтәһендә төҙөлгөн яңы мәктәп тураһында яҙма һәм фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.
Белеүебеҙсә, был биҫтәлә 1225 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлөшө бара. Район хакимиәте башлығы билдәләүенсә, эштәр аҙағына яҡынлаша, быны фотоһүрәттәрҙән дә асыҡ күрергә мөмкин.
Әйтергә кәрәк, баш ҡаланың Рудольф Нуриев урамында (“Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә) сафҡа инәсәк был белем усағын Глумилин халҡы түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки биҫтә йылдан-йыл үҫә, халыҡ һаны арта. Төҙөлөш эштәре 2023 йылда башланғайны һәм бына тиҙҙән, яңы уҡыу йылы башында, мәктәп үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә.
Ремонт һәм төҙөкләндереү ҙә дауам итә
2026 йылда республикала 24 муниципалитетта 53 объектты: 41 мәктәпте, алты балалар баҡсаһын һәм алты колледжды ремонтлау планға алынған. Премьер-министр Андрей Назаров бөтә эштәрҙе 1 авгусҡа тиклем тамамларға ҡушты.
Өфөлә «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы 16 мәктәптә ремонт эштәре билдәләнгән. Уларҙа фасад япмаларын һәм түбәне яңыртыу, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм электр селтәрҙәрен алмаштырыу, уҡыу һәм ял итеү өсөн заманса кабинеттар һәм киңлектәр булдырыу планлаштырыла.
Әлеге милли проекттың мәғарифтың мәктәп системаһын яңыртып ҡороу буйынса федераль программаға ярашлы, беҙҙең республикала 2022 йылдан алып төбәктә 181 мәктәп бинаһы яңыртылды. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә, меңдәрсә бала өр-яңы төҫ алған, уңайлыҡтар булдырылған, заманса йыһазландырылған мәктәптәрҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Өфө ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы белем биреү үҙәгендә лә капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша. Әлеге ваҡытта бында эске биҙәкләү, фасадты йөҙләү һәм буяу эштәре тамамланыуға табан бара.
Башҡортостан әлеге программала иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе булып танылды.
Фотоларҙа: Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә төҙөлгән яңы мәктәптең күренештәре.
(Фотолар А. Тарасовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән).